Ауыл уттары
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Март 2023, 09:55

Илсур Исхаҡов - донъя чемпионы

Ғафури районы Ҡауарҙы ауылынан Илсур Исхаҡов шахбокс буйынса донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды.

Был спорт төрө буйынса донъя чемпионы Өфөлә йәшәй. БДУ-ның инженер факультетын тамамлаған Илсур Исхаҡов былтыр ноябрҙә төркиәнең Анталия ҡалаһында үткән донъя ярыштарында иң яҡшыһы булды. Ҡыҙыҡ, Илсур Франциянан бик көслө дәғүәсеһен еңә ала, уның иҫәбендә бер генә еңелеү ҙә булмай. Илсур шахмат буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, күп кенә абруйлы ярыштарҙа еңеүсе.

Бөгөн 24 йәшлек спортсы киләһе старттарға әҙерләнә, инженер-конструктор булып эшләй һәм тиҙҙән шахбокс Академияһының тренеры буласаҡ.

- Мин биш йәшемдән шахмат уйнайым, бокс менән һигеҙ йыл элек шөғөлләнә башланым, БДУ-ла уҡығанда мауыға башланым. Был ике спорт төрөн дә бик яратам, - тип аңлата Илсур. Университетта уҡығандан һуң армияла хеҙмәт итә, ә ҡайтҡас, бөтөнләй осраҡлы рәүештә шахбокс тураһында белә. Һәм  күнекмәләргә йөрөй башлай.

Илсурҙың спорт карьераһы осраҡлы түгел. Уның атаһы Сабир Исхаҡов 20 йылдан ашыу Башҡортостандың шахмат буйынса йыйылма командаһы ағзаһы һәм тренеры була, бынан тыш, спорттың башҡа төрҙәре менән дә шөғөлләнә.

- Бер йыл күнекмәләрҙән һуң шахмат буйынса Рәсәй чемпионы булдым. Сер шунда: был спортҡа әҙерләнгән килеш килә - шахмат һәм бокс менән дә шөғөлләнә. Шахбокста барыһы ла ғәҙәти спорттағы кеүек олимпия системаһы буйынса ярышабыҙ. Мин хатта шахмат уйнау ҡатмарлыраҡ, тип әйтер инем, сөнки бокс раундынан һуң шахмат партияһына ултырыу еңел түгел. Әгәр бокста алыш көсөргәнешле булһа, киләһе алышта - шахмат алышында - иғтибарҙы туплау бик ауыр. Мин һәр ваҡыт күнекмәләр яһайым, етди әҙерләнәм һәм инде күнеккәнмен, шуға күрә бокстан шахматҡа тиҙ күсергә проблемаларым юҡ.

Былтырғы йыл аҙағында Илсур үҙенең яҡшы әҙерлеге арҡаһында донъя чемпионы титулын яулай.

Сығанаҡ:https://mgazeta.com/

Башҡорт егете - донъя чемпионы

Илсур Исхаҡов - донъя чемпионы
Илсур Исхаҡов - донъя чемпионы
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: