Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Апрель 2023, 10:15

Урал Аръяғы көрәшселәре келәмдә

Район-ара милли көрәш ярышы уҙҙы.

Урал Аръяғы көрәшселәре келәмдә
Урал Аръяғы көрәшселәре келәмдә

Яугир-интернационалист Рафаэль Колһарин иҫтәлегенә Юлдыбай ауылының "Батыр" физкультура - сәләмәтләндереү комплексында милли көрәш буйынса район-ара ярыш үтте.

Рафаэль Хәкимйән улы Ҡолһарин Афғанстанда хеҙмәт итә, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1981 йылдың 7 июлендә уларҙың ротаһы дошманға ҡаршы ҡаты алыш алып бара. Рафаэль ҡыйыу һәм һалҡын ҡанлы эш итә. Һуғыш ваҡытында Рафаэль яралана, әммә эвакуацияланыуҙан баш тарта. Ул батырлыҡ менән алышты дауам итә. Алыш ваҡытында Рафаэль дошмандың туғыҙ ут нөктәһен юҡ итә. Ул алған яраларынан госпиталдә вафат була. Хәрби операция өсөн «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены һәм СССР Юғары Советының почет грамотаһы менән бүләкләнә. Йомағужа ауылында Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә обелиск ҡуйылған, ул йәшәгән йортта таҡтаташ урынлаштырылған. Ҡыйыу ягир-интернационалист иҫтәлегенә йыл һайын милли көрәш ярышы үткәрелеп тора.

Сараны асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Фәрит Әбделмәнов, йылайыр ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры, «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының Йылайыр урындағы бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Ураҡов, Рафаэль Ҡолһариндың ҡустыһы Илнур Илбаҡтин сәләмләне.

Баш судья Ришат Аҡҡужин ярыш шарттары менән таныштырҙы, һәм ике келәмдә ныҡышмалы көрәш башланды.

Турнирҙа Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла ,Ейәнсура, Әбйәлил райондары һәм Сибай ҡалаһы көрәшселәре ҡатнашты. Милли көрәш традициялары һаҡланған Һәм дауам иткән Урал Аръяғының йәш көрәшселәре иң яҡшыларҙы билдәләү өсөн келәмгә сыҡты. Мәктәп уҡыусылары араһында алыштар ун биш, ә өлкәндәр араһында биш ауырлыҡ категорияһында уҙҙы.

Дөйөм команда зачетында Баймаҡ районы командаһы еңеүсе Һәм Рафаэль Ҡолһарин исемендәге кубокка эйә булды. Икенсе урынды-Йылайыр көрәшселәре, өсөнсө урынды Ейәнсура районы командаһы яуланы.

Ярыштар йомғаҡтары буйынса турнир еңеүселәре Йылайыр районы хакимиәтенең кубоктары, миҙалдары, приздары, грамоталары менән бүләкләнде. Махсус бүләкте, һарыҡты Рафаэль Ҡолһариндың ҡустыһы Илнур Илбактин  Йылайыр районы батыры Илсур Аблаевҡа тапшырҙы.

Шәхси беренселек буйынса һөҙөмтәләр 2010-2012 йылғы йәш төркөмө үҫмерҙәре араһында түбәндәгесә билдәләнде: Ауырлыҡ категорияһы 29 кг тиклем: 1-се урын Арсен Хисмәтуллин (Баймаҡ районы); 2-се урын Зөфәр Ғайсин (Ейәнсура районы); 3-сө урын Ғәҙел Тәңребирҙин(Баймаҡ районы).

32 килограмға тиклем: 1-се урын Барый Миңлебаев(Баймаҡ районы); 2-се урын Йәлил Таһиров(Йылайыр районы); 3-сө урын Искәндәр Өмөтбаев(Йылайыр районы).

35 килограмға тиклем: 1-се урын Солтан Миңлебаев(Баймаҡ районы); 2-се Урын Артем Горшенин (Йылайыр районы); 3-сө урын Тамир Ҡәйүмов(Баймаҡ районы).

40 килограмға тиклем.: 1-се урын Илдар Байымов (Баймаҡ районы); 2-се урын Григорий Бредников (Йылайыр районы); 3-сө урын Айгиз Әбсәләмов(Йылайыр районы).

45 килограмға тиклем.: 1-се урын Әмир Һибәтуллин(Баймаҡ районы); 2-се урын Фаяз Ғәниев(Йылайыр районы); 3-сө урын Инсаф Тотманов (Йылайыр районы).

45 килограмдан ашыу.: 1-се урын Зиннур Рәимғужин(Ейәнсура районы); 2-се урын Илнар Тайсин(Ейәнсура районы); 3 урын Герман Правиднов (Хәйбулла районы).

Йәш төркөмө 2007-2009 йылғылар: ауырлыҡ категорияһы 50 килограмға тиклем.: 1-се урын Ильяс Дәүләтбаев(Баймаҡ районы); 2-се урын Илнар Мөхәмәтйәров(Баймаҡ районы); 3-сө урын Илсур Боҫҡонов (Йылайыр районы).

55 килограмға тиклем.: 1-се урын Ленар Йәнгилдин(Баймаҡ районы); 2-се урын Нургиз Тләүембәтов(Йылайыр районы); 3-сө урын ТамъянҠашҡаров (Йылайыр районы).

60 килограмға тиклем.: 1-се урын Илсур Аблаев(Йылайыр районы); 2-се урын Динир Шәрәпов(Баймаҡ районы); 3-сө урын Марсель Ҡотоев(Йылайыр районы).

65 килограмға тиклем.: 1-се урын Рамаҙан Мәхмүтов(Баймаҡ районы); 2-се урын Мөхәмәт Аҡҡужин(Йылайыр районы); 3-сө урын Айнур Мәғзүмов(Йылайыр районы).

70 килограмға тиклем.: 1-се урын Филүс Ураҙбаев(Баймаҡ районы); 2-се урын Дамир Ишбаев(Ейәнсура районы); 3-сө урын Данил Тулыбаев(Хәйбулла районы).

70 килограмдан ашыу: 1-се урын Азамат Вәлитов (Баймаҡ районы); 2-се урын Айнур Илбаҡтин(Йылайыр районы); 3-сө урын Азамат Иҫәнов(Баймаҡ районы).

ӨЛКӘНДӘРараһында:

60 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында: 1-се урын Илгиз Бохарбаев(Хәйбулла районы); 2-се урын Рөстәм Хәйбуллин(Сибай ҡалаһы); 3-сө урын Рияз Иҫәндәүләтов(Йылайыр районы).

70 килограмға тиклем.: 1-се урын Салауат Рәмов(Йылайыр районы); 2-се урын Шәйнур Баймырҙын(Хәйбулла районы); 3-сө урын Айтуған Моталлапов(Йылайыр районы).

80 килограмға тиклем: 1-се урын Илшат Мәхмүтов(Хәйбулла районы); 2-се урын Рөстәм Дәүләтбаев(Баймаҡ районы); 3-сө урын Илшат Аҡҡужин(Йылайыр районы).

90 килограмға тиклем: 1-се урын Йәмил Әҙеһәмов(Баймаҡ районы); 2-се урын Азамат Ҡаҙаев(Хәйбулла районы); 3-сө урын Рәмзил Юлдашбаев(Хәйбулла районы).

85 килограмдан ашыу: 1-се урын Ирек Күсәков(Хәйбулла районы); 2-се урын Динар Собханғолов(Хәйбулла районы); 3-сө урын Айҙар Байсурин(Йылайыр районы).

Көрәшселәрҙе уңыштары менән ҡотлайбыҙ, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

Фото: Борис Солтанов.

 

Урал Аръяғы көрәшселәре келәмдә
Урал Аръяғы көрәшселәре келәмдә
Урал Аръяғы көрәшселәре келәмдә
Урал Аръяғы көрәшселәре келәмдә
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: