Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Апрель 2023, 10:05

Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ!

Хәҙер илдә спорт менән мауығыу модаға әйләнеп бара тиһәк, һис хата булмаҫ, моғайын.

Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ!
Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ!

Йәштәрҙең 80 проценты тиерлек даими рәүештә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнә. Был юҫыҡта йәштәргә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” физкультура комплексы ярҙамға килә.

Әйтергә кәрәк, ГТО значогы уның эйәһенә билдәле бер льготалар (мәҫәлән, юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтәлмә балдар) бирә.

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек – физик әҙерлек программаһы ул. Уның төп маҡсаты – кешенең сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу, балаларға патриотик тәрбиә биреү, йәш быуынды хеҙмәткә һәм Ватанды һаҡлауға әҙерләү. Районыбыҙҙа ГТО нормативтарын үтәргә теләүселәр артҡандан-арта бара.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: