Ауыл уттары
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Май 2023, 16:50

Иң шәптәргә – алтын билдә!

Еңеү көнөндә ГТО майҙансығында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының таныҡлыҡтарын һәм билдәләрен тапшырыу тантанаһы үтте.

Иң шәптәргә – алтын билдә!
Иң шәптәргә – алтын билдә!

Сарала пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры, “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” турнирының дүрт тапҡыр еңеүсеһе, стронгмен буйынса ике тапҡыр СНГ һәм Балтик илдәре чемпионы, стронгмен буйынса донъя команда чемпионатының көмөш призеры Эльбрус Ниғмәтуллин ҡатнашты һәм ГТО нормаларны тапшырған балаларға билдәләр тапшырҙы.

Был көндө донъялағы иң көслө кеше титулына эйә Эльбрус Ниғмәтуллин ҡулынан 8 уҡыусы “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” спорт комплексының алтын миҙалын алды. Уларҙың күпселеге район намыҫын яҡлап, төрлө республика ярыштарында ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.

А.Ниғмәтуллина фотолары.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: