Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Май 2023, 16:05

Иң шәп йөҙөүселәрҙе билдәләнеләр

Асҡар ауылында Урал аръяғы муниципаль райондары араһында йөҙөү буйынса турнир үтте.

Ул Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына бағышланды һәм Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығына нигеҙ һалыныуға 100 йыл тулыу айҡанлы уҙҙы.

Турнирҙа Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарынан бөтәһе 111 йөҙөүсе ҡатнашты. Күсмә ярыштар команданы берләштереү буйынса  тәжрибә туплау, башҡа райондарҙан килгән йөҙөүселәр менән көс һынашыу мөмкинлеге бирә. Көсөргәнешле ярыштан һуң еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде. Шуныһы ҡыуаныслы, был исемлектә беҙҙең район вәкилдәре байтаҡ ҡына. 

2012-2013 йылғы малайҙар араһында брасс йөҙөү стилендә 2-се урынды  Даниэль Ҡашҡаров алды. Ошо уҡ йәш категорияһында Баттерфляй стилендә 3-сө урынға  Владислав Соловов сыҡты.

2010-2011 йылғы ҡыҙҙар араһында брасс йөҙөү стилендә икенсе урын Владислава Шатовала.

Ошо уҡ  йылғы малайҙар араһында кроль стилендә бронза миҙалын  Николай Шитов яуланы.

2008-2009 йылғы ҡыҙҙар араһында кроль стилендә икенсе урын Анастасия Бурковала,  өсөнсө урында тағы ла бер Йылайыр һылыуы Елизавета Чекалова.

Брасс стилендә беҙҙекеләргә тиңләшеүселәр булманы: Анастасия Буркова еңеүсе булһа, икенсе урынға  Варвара Акулинушкина, өсөнсө урынға Елизавета Чекалова сыҡты.

2008-2009 йылғы үҫмерҙәр араһында кроль стилендә өсөнсө урын Александр Суховта.

Брасс стилендә лә һынатманы егет,  иң шәп йөҙөүсе булды, III урынды Сергей Войнов яуланы.

Ҡатнашыусыларҙы лайыҡлы сығыштары менән ҡотлайбыҙ, артабан да яңынан-яңы еңеүҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: