Ауыл уттары
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Декабрь 2023, 15:10

Скандинав йөрөшөнөң файҙаһы бихисап

Шул уҡ ваҡытта уға бәйле ниндәй ҡағиҙәләрҙе белеү мөһим?

Скандинав йөрөшөнөң файҙаһы бихисап
Скандинав йөрөшөнөң файҙаһы бихисап
Урамда скандинав таяҡтары менән йөрөгәндәрҙе күреү хәҙер берәүҙе лә аптыратмай. Ҡатмарлы булмаған, әммә һөҙөмтәле норд, себер йәки фин йөрөшө спорт төрө тип танылған. Хәрәкәт ваҡытында сарыф ителгән физик көсөргәнешлектең йөҙөүҙекенән кәм түгеллеге күптән иҫбатланған. Был йөрөш бигерәк тә ололар өсөн файҙалы. Ни өсөнмө?

Скандинав хәрәкәте ваҡытында мейелә ҡан әйләнеше яҡшыра, йөрәккә көс инә, ҡан тамырҙары нығына, нервылар тыныслана, йоҡоһоҙлоҡ бөтә, калориялар әүҙем юғала, һөҙөмтәлә артыҡ ауырлыҡ кәмей, хәрәкәт ышаныслы булып китә, үпкә кислород менән туйына, дөйөм алғанда, организм нығына, йәшәрә. Шулай ҙа, һәр бер спорт төрөнөкө кеүек, уның да кире күрһәтмәләре бар: вируслы, инфекциялы сирлеләргә, гипертониктарға, диабеттың ҡатмарлы стадияһындағыларға, шулай уҡ яңы ғына инсульт, инфаркт үткәргәндәргә скандинав йөрөшө тыйыла.

Был спорт менән ҡыҙыҡһыныусыларға дөйөм ҡағиҙәләргә иғтибар итергә кәрәк: алдан тәнде яҙып алыу, хәл бөткәнсе йөрөмәү (яңы башлағандарға тәүҙә 15 минут та етә, даими йөрөүселәргә - бер сәғәт), ҡағиҙә буйынса, ауырлыҡты тигеҙ бүлеп, тынды дөрөҫ алып хәрәкәт итеү – иң мөһиме. Таяҡты ла белеп һайларға кәрәк: кәүҙә оҙонлоғоғоҙҙо 0,66 һанына ҡабатлағас килеп сыҡҡан күрһәткес һеҙгә тап килә. Мәҫәлән, буй 165 сантиметр икән (165-те ҡабатлайбыҙ 0,66-ға), тимәк, 109 сантиметр бейеклегендәге таяҡ кәрәк.

Тәнде алдан яҙмай тороп, скандинавса йөрөүҙе башларға ярамай (15 минут буйы муйын, аяҡ-ҡул, билдең мускулдарын төрлө физик күнегеүҙәр ярҙамында ҡыҙҙырып алырға кәрәк). Хәрәкәт иткәндә лә ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ башҡарыу мөһим. Һул аяҡты алға баҫҡанда, уң ҡул артта ҡала һәм киреһенсә. Хәрәкәт тәбиғи, көсөргәнешһеҙ булырға тейеш. Был ваҡытта таяҡтар ергә һөйрәлмәй, ә әүҙем ҡатнаша, арттағы таяҡ осоноң ергә ҡырын барып ҡаҙалыуын тойорға тейешһегеҙ. Ҡул хәрәкәттәре тыныс, яурындан уҡ башлана. Кәүҙә саҡ ҡына алға эйелә, ауырлыҡты еңелсә алғы таяҡҡа һалабыҙ. Аяҡты шыуҙырып атламайбыҙ, тәүҙә үксәгә, шунан бармаҡ остарына баҫабыҙ. Тынды танау аша ике аҙым һайын алабыҙ, дүртенсе аҙымда ауыҙ аша сығарабыҙ.

Атлап килгәс, шундуҡ туҡтарға ярамай. Уны талғын физик күнегеүҙәр менән тамамлап ҡуйыу зарур. Тәүҙә тәрән тын алып йөрөп алығыҙ, шунан таяҡ ярҙамында төрлө күнегеүҙәр эшләгеҙ.

Күренеүенсә, ҡағиҙәләр ябай, сығымы ла әллә ни күп түгел, ә файҙаһы ифрат ҙур. Рәхәтләнеп саф һауала йөрөгөҙ, шул ваҡытта һаулыҡ, һығылмалылыҡ, көс һеҙҙе оҙаҡ ташламаҫ, кәйефегеҙ һәр саҡ күтәренке булыр.
Фото:https://vk.com/id182226268?z=photo182226268_457248907%2Fphoto_feed182226268
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: