Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Ғинуар , 23:05

Волейболсылар ярышты

Бөгөн Йылайыр ауылындағы "Йондоҙло" физкультура-сәләмәтләндереү комплексында волейбол спортын яратҡан ир-егеттәр йыйылды.

Волейболсылар ярышты
Волейболсылар ярышты

Ярышта Ейәнсура районынан, беҙҙең Матрай, Юлдыбай, Йылайыр ауылдарынан йәмғеһе 6 команда ҡатнашты.

Байрам кәйефе спортсыларҙа ла сағыла ине. Улар барыһы ла яҡшы кәйефтә ине. Шуға ла ярыш сәмле барһа ла, залда дуҫтарса атмосфера хөкөм һөрҙө.

Уйын һөҙөмтәһе буйынса Ейәнсура районының йәштәр командаһы иң йылғыры, оҫтаһы булып сыҡты. Улар еңеү менән ҡайтты. Матрай ауылы йәштәр командаһы - икенсе, ә Йылайыр ауылының йәштәр командаһы өсөнсө урындар яуланы. Турнирҙың иң яҡшы уйынсылары билдәләнде. Манишев Антон - "Иң яҡшы бәйләүсе", Ситдиков Айнур - "Иң яҡшы һөжүмсе", Бикбов Тимур - "Иң яҡшы уйынсы", ә  Шатов Николай "Иң яҡшы блоклаусы" номинацияларында билдәләнде.

Турнир дуҫтарса һәм байрам мөхитендә үтте, еңеүселәр һәм призерҙар миҙалдар һәм грамоталар менән бүләкләнде.

Волейболсылар ярышты
Волейболсылар ярышты
Волейболсылар ярышты
Волейболсылар ярышты
Волейболсылар ярышты
Волейболсылар ярышты
Волейболсылар ярышты
Волейболсылар ярышты
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: