Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Февраль , 14:25

Ә һин ГТО тапшырҙыңмы?

“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында мәктәпте тамамлаусылар ГТО нормативтарын әүҙем тапшыра.

Ә һин ГТО тапшырҙыңмы?
Ә һин ГТО тапшырҙыңмы?

Был ГТО комплексын үтәүҙең төп бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә, граждандарҙа даими рәүештә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү, үҙ-үҙеңде физик камиллаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙың мөһимлегенә инандыра.

Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем биреү министрлығында "Юғары белем биреүҙең бакалавриат, специальность, магистратура программалары буйынса уҡыуға ҡабул итеү тәртибен раҫлау тураһында" бойороҡ сығарыла. Был бойороҡҡа ярашлы, 2022-2023 уҡыу йылынан ГТО балдары алтын өсөн генә түгел, бөтә билдәләр өсөн дә иҫәпләнәсәк. Хәҙерге һәм элекке йәш баҫҡысы буйынса иҫәпләнә икәнен дә онотмағыҙ. Бында уҡ бойороҡтан өҙөк менән файҙаланырға мөмкин тип яҙылған.

“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексы нормативтарын алдан ГТО сайтында теркәлеп һәм телефон аша яҙылып, теләгән һәр кем үтәй ала. Һорауҙарығыҙ булһа, түбәндәге телефонға шылтыратып белешә алаһығыҙ: 2-16-52.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: