Ауыл уттары
+9 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Февраль , 11:35

Спортсы иҫтәлеген мәңгеләштереп

Юлдыбайҙағы “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Баймаҡ һәм Йылайыр районы спортсылары араһында волейбол ярышы үтте. Күсмә кубок Илшат Шәүкәт улы Ҡорбанғәлиев иҫтәлегенә бағышланды.

Спортсы иҫтәлеген мәңгеләштереп
Спортсы иҫтәлеген мәңгеләштереп

 Арабыҙҙан бик иртә киткән спортсы Илшат Шәүкәт улы Ҡорбанғәлиев бәләкәйҙән сынығып, спортты яратып үҫкән егет, Совет Армияһы сафтарында хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас Күмертау педагогия училищеһына уҡырға инә.  Йәш белгес хеҙмәт юлын тыуған ауылы мәктәбендә башлай. Ул хәрби әҙерлек һәм физик культура дәрестәрен алып бара. Уҡыусыларында бала саҡтан спортҡа һөйөү тәрбиәләүгә өлгәшкән остаздың байтаҡ ҡына тәрбиәләнеүселәре уның юлынан китә. Юҡҡа ғынамы ни Юлдыбай ауылы күптән иң көслө спортсылар төбәге тигән дан алған.  

Талапсан уҡытыусы уҡыусы егеттәрҙе физик яҡтан ентекле әҙерләүгә күп көс һала . Шуға ла әрмелә хеҙмәт итеү уларға, үҙҙәре үк аҙаҡ әйтеүенсә, бер ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Заманында  егеттәрҙән бик күп рәхмәттәр һүҙҙәре ишетә ул.

Һөнәри бурыстарына һәр ваҡыт яуаплы ҡараған педагогтың эш һөҙөмтәләрен  уҡыусыларының ярыштарҙа алған еңеүҙәре асыҡ раҫлай. Илшат Шәүкәт улының оҫта ойоштороусы һәм уйынсы булыуын коллегалары, ҡорҙаштары, уҡыусылары әле булһа яҡшы хәтерләй. Ул етәкләгән команда район, республика кимәлендә үткән ярыштарҙа гел еңеүселәр рәтендә була.

Был ярышта ла Юлдыбайҙар һынатмай. Спортсы иҫтәлегенә ярыш үткәреүҙе барыһы ла шатланып ҡабул итә һәм йыл да теләп ҡатнаша. Быйыл да турнирға һәр кемдең үҙ эше, мәшәҡәте тип тормай, байтаҡ команда йыйылды. Ярышта ике райондан биш команда – Матрай, Ишмырҙа, Әбделкәрим, Юлдыбай ауылдарынан йәштәр командалары һәм Юлдыбайҙың ветерандар командаһы ҡатнашты.

Турнир мауыҡтырғыс, сәмле һәм көсөргәнешле булды. Уйын йомғаҡтары буйынса еңеүселәр билдәләнде: Юлдыбай йәштәр командаһы беренсе урынға сығып,  күсмә кубокка эйә булды. Икенсе урынға ишмырҙалар, өсөнсө урынға матрайҙар сыҡты,  дүртенсе урынға Юлдыбай ауылы ветерандар командаһы һәм бишенсе урынға Әбделкәрим командаһы лайыҡ булды. Номинациялар буйынса: “Иң яҡшы уйынсы” тип Искәндәр Усманов билдәләнде,  “Иң яҡшы һөжүмсе” – Батыр Ибраһимов, бәйләүсе – Ислам Ишкилдин, либеро– Хәсән Мостаев, блоклаусы– Фәнил Ғөбәйҙуллин. Иң оло уйынсы Ғүмәр Ҡашҡаров менән  иң йәш уйынсы Салауат  Үҙәкин махсус призға лайыҡ булды.

Еңеүсе командаға күсмә кубок, ә уйынсыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

2016 йылдан үткәрелеп килгән уйындың бағымсыһы Илшат Ҡорбанғәлиевтың улы Илнур. Илнур Илшат улының ҡәҙерле кешеһенең изге башланғыстарын дауам итеп, ололар һәм йәштәр араһында сәләмәт йәшәүҙе пропагандалауы бик хуп. Был ярыш тағы ла оҙаҡ йылдар дауам итһен ине.

Уйындан ҡатнашыусылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә ҡәнәғәт ҡалды. Волейбол ярышына йыйылыусылар был көндө Илшат Ҡорбанғәлиевте яҡты хәтирәләр менән иҫкә алды, сараны ойоштороусыларға  барыһы ла рәхмәтле булып таралышты.

 

Спортсы иҫтәлеген мәңгеләштереп
Спортсы иҫтәлеген мәңгеләштереп
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: