Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Март , 11:20

Тренерҙарға - миллион һум!

Һәр нәмә остаздан башлана, шуға спортсының уңышы тәү сиратта уның уҡытыусыһына бәйле. Ошоно иҫәпкә алып, тренерҙарҙың эше дәртләндерелә.

Тренерҙарға -  миллион һум!
Тренерҙарға - миллион һум!

Былтыр Башҡортостанда тренер-уҡытыусылар бер тапҡыр бирелә торған бер миллион һум аҡса алды, тип хәбәр итте күптән түгел республиканың спорт министры Руслан Хәбибов. Һүҙ ауыл еренә эшкә ҡайтҡан 55 уҡытыусы хаҡында бара.

Быға “Ауыл тренеры”, шул иҫәптән штаттағы физкультура һәм спорт хеҙмәткәрҙәрен арттырыуға йүнәлтелгән программа ярҙамында өлгәшелгән. 2020 йылдан 2023 йылға тиклем проект буйынса 103 ауыл тренерына 600-әр мең һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. 

Һөҙөмтәлә, проектҡа ярашлы, түбәндәге тренер-уҡытыусылар түләүҙәрҙе алыу хоҡуғына эйә:

* республикала биш йылдан күберәк йәшәүселәр һәм торлаҡҡа мохтаж булғандар сиратында тороусылар;

* 2023 йылдың 1 ғинуарынан һуң башҡа төбәктәрҙән килгәндәр һәм Башҡортостандың Спорт министрлығы тарафынан раҫланған спорт ойошмаларында талап ителгән вазифалар реестрына ингән спорт төрҙәре буйынса эшләгән тренер-уҡытыусылар.

Түләүҙәрҙе торлаҡ, торлаҡ йортто төҙөүгә ер участкаһын һатып алыуға, ипотеканы түләүгә һәм торлаҡ йорт төҙөүгә файҙаланырға мөмкин.

Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: