Ауыл уттары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Март , 20:10

Спорт ул – шәп кәйеф

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында «Сал Урал»кубогына мәктәп уҡыусылары араһында волейбол буйынса район-ара турнир үтте. Финалға сығыу хоҡуғы өсөн Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр районы уҡыусылары командалары һәм Сибай ҡалаһы М.Н.Гордеев исемендәге волейбол мәктәбенең ике командаһы көрәште.

Спорт ул – шәп кәйеф
Спорт ул – шәп кәйеф

Уйындың иң көсөргәнешле мәле финалға сыҡҡан командалар араһындағы алыш булды. Көйәрмәндәр волейболсыларҙы ҡеүәтләп торҙо.  Бигерәк тә Юлдыбай уйынсыларының көйәрмәндәре әүҙем булды. Уҡыусылар, ата-әсәләр, тотош ғаилә менән килеүселәр бар ине.

Ныҡышмалы һәм мауыҡтырғыс алыш һөҙөмтәһендә урындар түбәндәгесә бүленде:

1 урын– Сибай ҡалаһы М.Н.Гордеев исемендәге волейбол мәктәбе командаһы.

2-се урын – Йылайыр районы Юлдыбай мәктәбе командаһы

3 урын – Баймаҡ районы командаһы.

Турнирҙың иң яҡшы уйынсылары тип, бәйләүсе Искәндәр Усманов (Йылайыр районы), һөжүмсе Рамаҙан Яҡупов (Баймаҡ районы), либеро – Искәндәр Бердикулов (Йылайыр районы), блоклаусы Матвей Лобуткин (Сибай ҡалаһы), уйынсы Богдан Воробьев (Сибай ҡалаһы) танылды.

Еңеүселәр һәм призерҙар тейешле дәрәжә грамоталары, миҙалдар менән бүләкләнде.

Икенсе урын яулаусы Юлдыбай үҫмерҙәр командаһы егеттәрен һәм уларҙың тренеры Марсель Зөфәр улы Амакасовты еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, уңыштар һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!

Ярышты ойоштороусылар уны үткәреүҙә матди ярҙам  күрһәткәндәре өсөн шәхси эшҡыуар Владимир Петровҡа һәм Урал Аръяғы агроинженерия колледжы директоры Тимур Ҡорбанғәлиевҡа рәхмәт белдерә.

 

Спорт ул – шәп кәйеф
Спорт ул – шәп кәйеф
Спорт ул – шәп кәйеф
Спорт ул – шәп кәйеф
Спорт ул – шәп кәйеф
Спорт ул – шәп кәйеф
Спорт ул – шәп кәйеф
Спорт ул – шәп кәйеф
Спорт ул – шәп кәйеф
Спорт ул – шәп кәйеф
Спорт ул – шәп кәйеф
Спорт ул – шәп кәйеф
Спорт ул – шәп кәйеф
Спорт ул – шәп кәйеф
Спорт ул – шәп кәйеф
Спорт ул – шәп кәйеф
Спорт ул – шәп кәйеф
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: