Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Апрель , 10:55

Сәләмәт булғың килһә – йәйәү йөрө

 “Тормошҡа 10 мең аҙым” Бөтә Рәсәй акцияһы илебеҙҙә 2015 йылдан алып уҙғарыла. Был акция Йылайыр районында быйыл да әүҙем үтте.

Сәләмәт булғың килһә – йәйәү йөрө
Сәләмәт булғың килһә – йәйәү йөрө

“Тормошҡа 10 мең аҙым” Бөтә Рәсәй акцияһының төп маҡсаты – мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙе йәйәү йөрөргә, сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү. Шуға ла йылайырҙар уға әүҙем ҡушылды.

Үҙәк майҙанға йыйылған халыҡ алдында район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илшат Солтангәрәев сығыш яһап, акцияның маҡсаты хаҡында әйтте, сәләмәтлек яҡлы ауылдаштарын маҡтап, спорт менән шөғөлләнеүгә әйҙәне.

Акцияла ҡатнашырға килгәндәр араһында йәштәр ҙә, хаҡлы ялдағылар ҙа булыуы ҡыуандырҙы. Тәүҙә халыҡ күмәк зарядкаға баҫты. Район үҙәк дауаханаһының табип-терапевы Елена Константиновна Ишйәрова ҡан баҫымы күтәрелмәһен өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеген әйтте, нисек туҡланырға өйрәтте һәм сәләмәт тормош алып барырға өндәне.

Ауыл халҡы күмәкләп үҙәк майҙандан “Йондоҙло” физкультура-сәләмәтләндереү комплексына тиклем барҙы. Акцияны ҡыҙыҡлыраҡ итеү өсөн, спорт комплексы директоры Владимир Скопинов һәр кемгә бассейнға бер тапҡыр бушлай инеү сертификаттары бирҙе.

Сәләмәт булғың килһә – йәйәү йөрө
Сәләмәт булғың килһә – йәйәү йөрө
Сәләмәт булғың килһә – йәйәү йөрө
Сәләмәт булғың килһә – йәйәү йөрө
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: