Ауыл уттары
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Апрель , 12:05

Урал аръяғы көрәшселәре келәмдә

Ошо көндәрҙә Юлдыбай ауылында “Спорт – наркотиктарға ҡаршы” акцияһы сиктәрендә яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолһарин иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса район-ара ярыш үтте.

Урал аръяғы көрәшселәре келәмдә
Урал аръяғы көрәшселәре келәмдә

Был йәштәрҙә илһөйәрлелек тәрбиәләүгә, йәштәр араһында алкоголизмды, наркоманияны һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеүгә,  милли көрәште үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән төп сараларҙың береһе булды.

Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илшат Рәшит улы Солтангәрәев, Юлдыбай ауыл хакимиәте башлығы Илнур Илшат улы Ҡорбанғәлиев, “Хәрби туғанлыҡ”  ойошмаһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Ғилман улы Ураҡов, Рафаэль Ҡолһариндың ҡустыһы Илнур Илбаҡтин сәләмләне.

Турнирҙа Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла , Ейәнсура, Әбйәлил һәм Бөрйән райондары көрәшселәре ҡатнашты. Уларҙы баш судья Ришат Аҡҡужин ярыш шарттары менән таныштырҙы.

Сараның тантаналы өлөшө тамамланғандан һуң милли көрәш традицияларын һаҡлаған һәм уны дауам иткән Урал аръяғының йәш көрәшселәре иң яҡшыларҙы билдәләү өсөн келәмгә сыҡты. Мәктәп уҡыусылары араһында алыштар бөтәһе ун бер, ә өлкәндәр араһында биш ауырлыҡ категорияһында үтте.

Командалар араһында беренселекте Баймаҡтар, икенсе һәм өсөнсө урынды Йылайыр һәм Әбйәлилдәр яуланы.

Турнир еңеүселәре Йылайыр районы хакимиәте исеменән кубоктар, миҙалдар, приздар һәм грамоталар менән бүләкләнде.

 

 

 

Урал аръяғы көрәшселәре келәмдә
Урал аръяғы көрәшселәре келәмдә
Урал аръяғы көрәшселәре келәмдә
Урал аръяғы көрәшселәре келәмдә
Урал аръяғы көрәшселәре келәмдә
Урал аръяғы көрәшселәре келәмдә
Урал аръяғы көрәшселәре келәмдә
Урал аръяғы көрәшселәре келәмдә
Урал аръяғы көрәшселәре келәмдә
Урал аръяғы көрәшселәре келәмдә
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: