Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Май , 15:35

ГТО комплексы балалар һәм өлкәндәр араһында популяр була бара

“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” физкультура комплексын тапшырыу – һәр ваҡыт үҙ мөмкинлектәреңде тикшереү һәм нормативтарҙы үтәү өсөн бик яҡшы спорт төрө. Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы ил халҡының физик тәрбиәһе нигеҙе һәм ул күмәк спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән.

ГТО комплексы балалар һәм өлкәндәр араһында популяр була бара
ГТО комплексы балалар һәм өлкәндәр араһында популяр була бара

Һаулыҡтан тыш, һынауҙарҙы уңышлы үтәгәнегеҙ өсөн төрлө кимәлдәге власть органдары вәкилдәре ҡатнашлығында тантаналы шарттарҙа тапшырыласаҡ ГТО-ның отличие билдәһен алырға мөмкин. Айырыу билдәләре алтын, көмөш йәки бронза була һәм улар сәләмәт һәм физик яҡтан әүҙем граждандарҙың символы һанала. Был спорт төрө сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай, даими рәүештә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнергә саҡыра.

Йылайыр ауылының “Йондоҙло” физкультура-сәләмәтләндереү комплексы базаһында ГТО-ның һынау үҙәге эшләй. Әлеге ваҡытта нормативтарҙы тапшырыуҙа мәғариф учреждениеларынан, шулай уҡ район халҡынан 1000-дән ашыу кеше ҡатнашҡан.

“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” спорт комплексын тапышырыу өсөн мотлаҡ кәрәк:

  1. Шәхси ун бер һанлы номер алыу өсөн (ID 24-02-000хххх) ГТО сайтында теркәлергә (www.gto.ru). Индивидуаль номер бөтә ҡатнашыусылар өсөн мотлаҡ һәм айырма билдәләрен алыу өсөн кәрәк.
  2. Табип-белгестәрҙең береһе раҫлаған ГТО комплексы нормативтарын тапшырыуға рөхсәт тураһында медицина белешмәһе булырға тейеш:

– табип-педиатр;

– табип-терапевт;

  1. ГТО комплексы нормативтарын тапшырыу өсөн ҡатнашыуға ғариза.
  2. Тест тапшырыуҙа ҡатнашыусының шәхси мәғлүмәттәрен эшкәртеүгә ризалығы.
  3. 14 йәшкә тиклемге ҡатнашыусыларға тыуыу тураһында таныҡлыҡтың күсермәһе һәм 14 йәшкә еткәндәргә паспорттың күсермәһе булырға тейеш.
Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: