Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Июль , 11:05

Балаларҙың һәм йәштәрҙең яратҡан урыны!

Йылайыр районы биләмәһендә спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеү өсөн яңы мөмкинлектәр булдырыла, бөтә граждандар, шул иҫәптән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яңы спорт объекттары барлыҡҡа килә.

Балаларҙың һәм йәштәрҙең яратҡан урыны!
Балаларҙың һәм йәштәрҙең яратҡан урыны!

2022 йылда “Спорт – тормош нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә федераль средстволар иҫәбенә ГТО-ның бәләкәй спорт майҙансыҡтары өсөн спорт-технологик ҡорамалдар комплекты алынды. Майҙансыҡ район үҙәгендәге Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының ишек алдында урынлаштырылды.

Эре ҡала һәм күп функциялы ауыл спорт объекттарын төҙөү “Демография” милли проектының “Спорт – тормош нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә планлаштырылған һәм башҡарыла. Төбәк проектының төп күрһәткесе – физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүсе халыҡ өлөшөнөң артыуы булырға тейеш. 2024 йылға улар һаны 55 процентҡа етергә тейеш, тип планлаштырыла. Бөгөнгә республика буйынса был күрһәткес 43 проценттан әҙ генә артығыраҡ.

– Халыҡты мотивациялау, спорт күнекмәләренә ылыҡтырыу эштәрен әүҙемләштереү өсөн күп нәмәләр эшләнә беҙҙә. Йәштәрҙе Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) физкультура-спорт комплексы нормативтарын үтәүгә йәлеп итеү, шулай уҡ спорт резервын әҙерләү, спорт инфраструктураһын үҫтереү өсөн был спорт комплексы бик уңай. Был майҙансыҡ бер ваҡытта ла буш тормай, унда балалар ҙа, йәштәр ҙә әүҙем шөғөлләнә, – тине район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Фәрит Әбделмәнов.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: