Башҡортостанда спорт сараларының береһен тантаналы асҡан ваҡытта республика Башлығы Радий Хәбиров: “Тренер – ул физик йәһәттән яҡшы үҫешкән, ҡыйыу, етеҙ спортсы ғына түгел, ысын кеше тәрбиәләүсе лә. Ул беҙгә барлыҡ күңелен, йөрәген, һаулығын бирә”, – тип билдәләгәйне.
Шуныһы һөйөнөслө: һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда спортҡа иғтибар бермә бер артты. Был осраҡлы түгел, сөнки сәләмәт быуынһыҙ илдең киләсәге ышанысһыҙ икәнлеге көн кеүек асыҡ. Хәҙерге заман балаларының иғтибарын төрлө гаджет-телефондарҙан, компьютер уйындарынан айырып, спортҡа – сәләмәт тормош алып барыуға – йәлеп итеүҙә физкультура уҡытыусыларының, тренерҙарҙың әһәмиәте бик ҙур. Тап ошо йәһәттән Башҡортостан физик культура институты уңышлы эшләй. Өҫтәүенә тренерҙарҙың эшен ҡеүәтләү өсөн республикала тәүгеләрҙән булып “Ауыл тренеры” программаһы барлыҡҡа килде. Был проект республикала 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы ғәмәлгә инде. Әйткәндәй, республикабыҙ Рәсәйҙә ауыл ерендә эшләгән спорт тренерҙарына һәм остаздарына бындай ярҙам проектын уңышлы тормошҡа ашырған тәүге төбәк булды. Шуны билдәләргә кәрәк: башта был программа йәш белгестәрҙе ауыл-ҡасабаларға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға йәлеп итеүҙә булышлыҡ күрһәтә ине. Хәҙер был суммаға халҡы 100 меңгә тиклем булған ауыл һәм ҡалаларҙан спорт педагогтары ла дәғүә итә ала. Шулай итеп, йыл һайын ошо маҡсатҡа 60 миллион һум аҡса бүленә. Һәм был программа буйынса ҡулаҡса түгел, ә сертификат бирелә. Уны торлаҡ (өй йәки фатир) өсөн ер биләмәһе һатып алыуға, йорт төҙөүгә, автомобиль транспортын һатып алыуға, белем алыуға тотонорға мөмкин. Һөҙөмтәлә был программа педагогтарға ауылда төпләнергә булышлыҡ итә. Әйткәндәй, уны алған тренер кәмендә биш йыл ауыл ерендә эшләргә тейеш.
Башҡортостандың Спорт министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2020 йылда 34 спорт педагогы 600 мең һумлыҡ сертификаттар алған. 2021 йылда тағы 20 кеше ошондай грантҡа эйә булған. 2022 йылда программа буйынса 49 тренер-уҡытыусы адреслы матди ярҙам алған, былтыр сертификаттар тағы ла 52 педагогка тапшырылған. Әйткәндәй, 2023 йылдан түләү 1 миллион һумға тиклем арттырылды. Ағымдағы йылда 11 муниципалитеттан 21 тренер-уҡытыусы ошондай сертификаттарға эйә булды. Шулай итеп, “Ауыл тренеры” ғәмәлгә ашырылған дүрт йыл эсендә 176 педагогка дөйөм суммаһы 134 800 млн һум тәшкил иткән сертификаттар тапшырылды.
Белгестәр билдәләүенсә, йәш уҡытыусыларҙы ауыл еренә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән был программа барлыҡҡа килгәс, спорт мәктәптәрендә эшләргә теләгән йәш тренерҙар һаны һиҙелерлек артҡан.
Фәрит Фуат улы Әбделмәнов, район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы:
Рәсәйҙә Тренерҙар көнө лә булдырылған. Ул 30 октябрҙә билдәләнә. Был да үҙенә күрә ошо һөнәр эйәләренә иғтибарҙың артыуын күрһәтә.
Беҙҙең райондан әле “Ауыл тренеры” программаһы буйынса сертификаттар алыусылар булғаны юҡ. Әммә беҙҙә лә үҙ эшен яратҡан, балалар менән уртаҡ тел таба белгән йәш белгестәр бихисап. Уларға был программа тураһында күберәк мәғлүмәт бирергә, бөтә матур башланғыстарында дәртләндерергә генә кәрәк.