Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Июль , 16:05

Йылайырҙар сәләмәт тормошто һайлай

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда “Ауыл тренеры”  программаһы  буйынса сертификаттар алыусылар юҡ. Әммә районда үҙ эшен яратҡан, балалар менән уртаҡ тел таба белгән йәш белгестәр бихисап. Уларға был программа тураһында күберәк мәғлүмәт бирергә, бөтә матур башланғыстарында дәртләндерергә генә кәрәк.

Йылайыр районында һуңғы йылдарҙа спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа иғтибар арта. Йәш быуынды сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында, төбәктә төрлө спорт саралары үтә, һәр мәктәптә секциялар эшләй, спорт залдары заман талаптарына яуап бирерлек йыһазландырыла.

“Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проект сиктәрендә район үҙәгендә урынлашҡан Йылайыр Башҡорт гимназияһы   “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” ГТО нормативтарын тапшырыуҙа  муниципаль берәмектәр рейтингы һөҙөмтәләре буйынсаГТО тапшырыу өсөн комплекс майҙансығына эйә булды. Ул гимназия биләмәһендә урынлашҡан һәм  315 метр квадрат ҙурлығындағы ҙур майҙансыҡ йомшаҡ һәм хәүефһеҙ резина япманан тора. Унда 26 төрлө тренажерҙар комплекты урынлаштырылған. Шулай уҡ гимнастика яһау өсөн эскәмйәләр, турниктар, баскетбол ҡулсаһы, урам тренажерҙары- степерҙар, эллиптик һәм велотренажерҙар урын алған. Дөйөм хаҡы - 3 миллион 693 мең һум тәшкил итә. Спорт майҙансығында олоһо ла, йәше лә теләп шөғөлләнә.

ГТО нормативтары ла дәүләт нормаларына ярашлы, һәр йәш категорияһы өсөн һынауҙар программаһы үҙ эсенә һығылмалылыҡҡа күнегеүҙе, урындан оҙонлоҡҡа һикереүҙе, йүгереүҙе, арҡала ятҡан килеш кәүҙәне күтәреүҙе, ятып ҡулдарҙы бөгөүҙе индерә. Ә был спорт инвентарҙары тап ошо нормативты тапшырыуҙа физик яҡтан ярҙам итә лә инде.

Йылайыр район хакимиәтенең  йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Фәрит Әбделмәнов әйтеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда “Ауыл тренеры”  программаһы  буйынса сертификаттар алыусылар юҡ. Әммә районда үҙ эшен яратҡан, балалар менән уртаҡ тел таба белгән йәш белгестәр бихисап. Уларға был программа тураһында күберәк мәғлүмәт бирергә, бөтә матур башланғыстарында дәртләндерергә генә кәрәк.

“Беҙҙең кикбоксерҙарыбыҙ, мәҫәлән, күп йылдар инде төрлө кимәлдәге спорт ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй.  
Квалификациялы кадрҙарҙы йәлеп итеүҙең әһәмиәте бик ҙур. Уларҙы, һис шикһеҙ, ауыл ерендә эшкә ҡалдырырға кәрәк, сөнки медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар булмай тороп, ауылды, ундағы тормош сифатын күтәреү мөмкин түгел”, - ти Фәрит Фуат улы.

Әйткәндәй, Башҡортостанда спорт сараларының береһен тантаналы асҡан ваҡытта республика Башлығы Радий Хәбиров: “Тренер – ул физик йәһәттән яҡшы үҫешкән, ҡыйыу, етеҙ спортсы ғына түгел, ысын кеше тәрбиәләүсе лә. Ул беҙгә барлыҡ күңелен, йөрәген, һаулығын бирә”, – тип билдәләгәйне.

Йылайырҙар сәләмәт тормошто һайлай

Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: