Бөтә яңылыҡтар
Театр йылы - 2019
21 Февраль 2019, 19:00

Кемдә – нимә, ә Һабырҙа – мюзикл!

Бөтәбеҙгә лә мәғлүм булыуынса, 2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителде. Мәҙәниәттең йөрәге, милләттең рухи терәге һаналған театр темаһы бер быйыл ғына көн үҙәгенә сыҡмай, әлбиттә. Театр сәнғәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән исемле йыл профессиональ кимәлдәге генә түгел, үҙешмәкәр кимәлдәге йәки халыҡ театрҙары өсөн дә өр-яңы мөмкинселектәр, ижади офоҡтар асыр тигән өмөттә ҡалабыҙ. Иң мөһиме, боҙ урынынан ҡуҙғалды, был йүнәлештә маҡсатлы эш башланды. Баш ҡалабыҙ театрҙарында ғына премьералар осоро тип уйламағыҙ һеҙ, беҙҙең район ауылдарында ла төрлө жанрҙарҙағы бынамын тигән әҫәрҙәр сәхнәләштерелә. Һабыр ауылы мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә уңышлы ғына эшләп килгән ижади түңәрәктә шөғөлләнеүселәр, мәҫәлән, үҙ тамашасыларын хатта мюзикл ҡуйып ҡыуандырған.

Музыка, театр сәнғәтенең бер төрө булараҡ, мюзиклда актерҙар уйыны ла, йыр-бейеүҙәр ҙә бергә ҡушылған. Һабыр үҙешмәкәрҙәре был юлы сюжет нигеҙе итеп барыбыҙға ла бик яҡшы таныш, бала саҡтан яратып тыңлаған “Йомро-йомро йомғағым” башҡорт халыҡ әкиәтен һайлаған. Шуныһы айырым иғтибарға лайыҡ, халыҡҡа ул яңыртылып, йәғни заманлаштырылып тәҡдим ителә. Быныһы инде – Һабыр һәүәҫкәрҙәренең күп яҡлы ижади эҙләнеүенең һөҙөмтәһе. Мәҫәлән, үгәй әсәйҙең ҡыҙына хас эске насар сифаттар мюзиклда уның тышҡы ҡиәфәтендә лә сағыла, спектаклде ҡуйыусылар уны гот итеп күрәләр. Ә бына урмандағы әбейҙең бүләге лә үҙенсәлекле – алтын-көмөш тулы һандыҡ урынына ул ҡыҙҙарға егет “бүләк” итә. Бына ошондайыраҡ бик ҡыҙыҡлы ижади табыштар менән байыта үҙ әҫәрен ҡуйыусылар.
Әммә, нисек кенә булмаһын, һәр заманда ла үҙ ҡиммәттәрен юғалтмаған изгелек һәм миһырбанлыҡ, мәрхәмәтлелек һәм итәғәтлелек кеүек мәңгелек темалар бик матур итеп асып һалынды. Ғөмүмән, тамашасылар билдәләүенсә, илар ерендә – илап, көлөр ерендә – көлөп, әкиәт геройҙарының кисерештәрен үҙҙәре аша үткәреп, ысын мәғәнәһендә ижади ләззәт ала улар. Ошонан да юғарыраҡ баһа буламы икән артист кешегә?!
Ролдәрҙе башҡарыусылар тураһында һүҙ сыҡҡас, уларҙы исемләп атама-һаҡ, дөрөҫ булмаҫ. “Йомро-йомро йомғағым” мюзиклында төп ролдәрҙе Гөлнара Сөләймәнова (үгәй ҡыҙ Гөлбикә), Әлиә Бағышаева (үгәй әсәй), Гөлфиә Таһирова (үгәй әсәйҙең ҡыҙы), Гөлдәр Таһирова (урмандағы әбей), йырсылар, бейеүселәр Зилә Теүәлбаева, Гөлдәр Ишемғолова, Рәзилә Таһирова, Гөлйемеш Туҡтамышева, юлбаҫарҙар – “Ләйсән” балалар баҡсаһы коллективы, һунарсы, көтөүсе Юлдаш Мырҙабаев, әкиәтсе әбей Гөлназ Мырҙабаева, егет булып уйнаусылар Азамат Туҡтамышев һәм Ғәлим Ишемғолов башҡарҙы. Бына ниндәй ҙур ижади коллектив тупланған бында, афарин!
– Махсус белемле режиссерыбыҙ булмаһа ла, үҙебеҙ рәссам да, декоратор ҙа, музыкаль биҙәүсе лә ролен башҡарҙыҡ. Репертуарҙы ла бергәләп һайланыҡ, актерҙарыбыҙ менән фекер алышып, уларҙың йәшен, буй-һынын, холоҡ-фиғелен күҙ уңында тотоп, ролдәрҙе бүлештек, – тип һөйләй Һабыр мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең художество етәксеһе Гөлйемеш Туҡтамышева. Әйткәндәй, Һабыр һәүәҫкәрҙәренең бындай мюзиклдар ҡуйыуҙа ижади тәжрибәһе күптән бар инде. Ике йыл элек улар “Золушка” әкиәте буйынса театрлаштырылған тамаша күрһәткәйнеләр. Ул ваҡытта хатта итәкле ҡупшы бал күлдәктәрен дә үҙҙәре тегеп кейгәйне Һабыр оҫтабикәләре!
Быйылғы мюзиклдарын сәхнә оҫталары Һабырҙа һәм күрше Сәләх
ауылында ҡуйған. Ижади уңыштарынан дәрт-илһам алған һабырҙар Йомағужа ауылына ла йыйына икән. Дөйөм алғанда, быйылғы Театр йылына пландары бихисап уларҙың. Бына әле урам-урам булып спектаклдәр ҡуйыу идеяһы менән янып йөрөгән саҡтары. Тимәк, күңел төпкөлөндәге хыялдарын тормошҡа ашырып, ябай тамашасыны артист итеп сәхнәгә алып сыҡҡан Һабыр ижади түңәрәгенең яңынан-яңы спектаклдәре тураһында ишетәсәкбеҙ әле!
Зөбәржәт ҺИҘИӘТОВА.
Читайте нас в