Бөтә яңылыҡтар
Театр йылы - 2019
18 Апрель 2019, 19:17

“Нәжәғәй” балҡышы

Һуңғы ваҡытта районыбыҙҙа мәҙәниәт һәм сәнғәт тормошо гөрләп тора, тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Бер яҡтан, беҙгә Өфө артистары йышлаһа, икенсенән, үҙебеҙҙең һәүәҫкәр артистарыбыҙ ҙа уларҙан һис тә ҡалышмай – йә концерттары, йә спектаклдәре менән ҡыуандырып ҡына торалар.

Әле бына Йылайыр ауылы халҡы тағы бер спектакль ҡарай алды. Был юлы тамашасы хөкөмөнә “Нәжәғәй” театр коллективы тарафынан Ә.Яхинаның “Аҡҡошом минең” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль сығарылды. Ҡуйыусы режиссеры – Миңзифа Кинйәбулатова.
Зал халыҡ менән шығырым тулы булды. Ҡайһы бер ауылдаштарыбыҙҙың ҙур сәхнәгә актер сифатында беренсе тапҡыр сығыуына ҡарамаҫтан, спектакль бик уңышлы килеп сыҡты. Зиннур Рәмов (Хәйрулла), Марат Абдулов (Миңнулла), Вилләр Аҙнағолов (Шәрифйән), Эльмира Рәмова (Гөлъямал), Алһыу Асаинова (Гөлйемеш), Зилә Солтанова (Нәфисә), Миңзифа Кинйәбулатова (Хәйриә) үҙ ролдәрен бик килештереп уйнаны.
Театр – ул тормош көҙгөһө. Был комедияла ла бөгөнгө көндә бик актуаль булған тема – балаларҙың ата-әсәһен аңламауы, атай малына талашыуы, өлкәндәрҙең яңғыҙлығы, ҡарттар йорто тормошо тамашасының күңеленә барып етерлек итеп күрһәтелде.
Алдағы көндәрҙә “Нәжәғәй”ҙәр, үҙебеҙҙең район ауылдарынан тыш, Хәйбулла, Ейәнсура яҡтарына ла сығып әйләнергә йыйына.
Уңыштар теләйек уларға.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Б. Солтанов фотолар
Читайте нас в