Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
16 Август 2018, 19:02

Район үҙәгенә газ үткәреү дауам итә

Аҙаҡҡы йылдарҙа район үҙәге күҙгә күренеп ҙурайҙы. Һуңғы ун йыл эсендә генә бында байтаҡ яңы урамдар барлыҡҡа килде. Башлыса йәштәр һалып сыҡҡан йорттар шунда уҡ яҡтылыҡ менән тәьмин ителә, урамдарға таш түшәлә. Әлеге көндә күп кенә яңы урамдарға газ үткәреү эштәре ҡыҙған мәл.

Ауылға зәңгәр яғыулыҡ 1998 йылда килә. Шул ваҡыттан алып, үҙегеҙгә мәғлүм, яңы йорттар, яңы урамдар һаны ла артты. Әле шул урамдарҙа эш ҡайнай. Уларҙа бөтәһе 8 километр оҙонлоғонда газ трассаһы һалынасаҡ. Проект буйынса, уны хеҙмәтләндереү ҡиммәткә төшмәһен өсөн газ үткәргес ер аҫтынан һалына. Эштәрҙе Дәүләкән ҡалаһынан “Оникс” ЯСЙ-һы башҡара. Торба һалыу июль баштарында башланып, бөгөнгө көнгә 6,5 километр газ селтәре үткәрелгән дә инде. Эштәрҙе август аҙағынаса тамамларға ниәтләйҙәр. Сентябрҙә те-йешле документтар әҙер булып, газ селтәре файҙаланыуға тапшырылғас, уны өйҙәргә индереү эштәре башланасаҡ. Газ менән 648 өйҙө тәьмин итеү планлаштырылған. Яңы йорттар, яңы урамдар барлыҡҡа килеү менән бер рәттән уларға газ үткәреү ҙә дауам итәсәк.
Г.ТАҺИРОВА.
Читайте нас: