Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
27 Сентябрь 2018, 17:44

Сүп-сарҙы яңыса йыясаҡбыҙ

Гәзитебеҙҙең бынан алдағы бер һанында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә “ЭКО-Сити” төбәк операторы вәкилдәре беҙҙең районда ауыл биләмәләре башлыҡтары, райондың баш архитекторы, төҙөлөш буйынса белгестәр, райондың экологы һәм район Советы секретары ҡатнашлығынды кәңәшмә үткәрҙе. Уны район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары М.С.Солтанов алып барҙы.

Гәзитебеҙҙең бынан алдағы бер һанында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ошо көндәрҙә “ЭКО-Сити” төбәк операторы вәкилдәре беҙҙең районда ауыл биләмәләре башлыҡтары, райондың баш архитекторы, төҙөлөш буйынса белгестәр, райондың экологы һәм район Советы секретары ҡатнашлығынды кәңәшмә үткәрҙе. Уны район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары М.С.Солтанов алып барҙы.
Осрашыуҙа “ЭКО-Сити” төбәк операторы вәкиле Р.Ф.Ҡадиров менән Г.Ф.Ноғманова Башҡортостан Республикаһы сүп-сарҙы сығарыуҙың яңы схемаһы буйынса эшләй башлауы хаҡында һөйләне.
Кәңәшмәлә ҡатнашҡан ауыл биләмәләре башлыҡтарының “ЭКО-Сити” төбәк операторы вәкилдәренә һорауҙары күп булды. Башлыса, улар коммуналь ҡалдыҡтарҙың сорттарына, сүп-сарҙы йыйыу, тапшырыу һәм башҡаларға ҡағылды.
– Һеҙҙең райондан йыйып алынған сүп-сар Ишембай ҡалаһында урынлашҡан сүп-сарҙы ҡайтанан эшкәртеү полигонына оҙатыласаҡ. Ә унда инде сорттарға бүленеп, эшкәртеләсәк. Ҡалған ҡалдыҡтарҙы күмеү урыны ла булдырылған. Бөгөнгө һөйләшеүҙе һеҙ, халыҡты йыйып, һәр кемгә еткерергә тейешһегеҙ. Яңынан-яңы асылған ҡыйлыҡтарҙың, полигондарҙың ниндәй тиҙлек менән тулы-
уын үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Уларҙы хеҙмәтләндереү һәм ваҡытында ҡарап тотоу мөмкин дә түгел. Шуның өсөн республикала булдырылған дүрт төбәк операторы был яуаплы эште үҙ өҫтөнә ала. Халыҡҡа был һөйләшеү һәм сүп-сарҙы ҡайтанан эшкәртеү тураһында еткерергә, сүп-сарҙың экологиябыҙ өсөн ниндәй эҙемтәләргә килтереүе мөмкин икәнен һөйләргә, ышандырырға кәрәк, – тине Гөлнур Фазылйән ҡыҙы.
“ЭКО-Сити” төбәк операторы вәкилдәренә һорауҙар күп булды. Улар, башлыса, хәҙерге полигондарҙы ябыу эштәренә, сүп-сарҙы халыҡтан йыйыу, оҙатыу ысулдарына ҡағылды.
Әлбиттә, сүп-сарҙы халыҡтан йыйыуҙы ойоштороу бик еңел булмаясаҡ, быныһы билдәле. Әммә урмандар, ҡырҙар, яландар һәм йылға буйҙары көнкүреш ҡалдыҡтары менән тулы булыуын иҫәпкә алғанда, беҙгә лә, сит илдәрҙәге кеүек, уларҙы ҡайтанан эшкәртеп, ҡыйҙан да файҙа алырға өйрәнергә ваҡыт.
– Төбәк операторҙары Башҡортостан Республика-һының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан үткәрелгән конкурс нигеҙендә һайлап алынды. Республикабыҙ биш зонаға бүленгән һәм уларҙың һәр ҡайһыһына төбәк операторы һайланған.
Ишембай районы территорияһында урынлашҡан сүп-сарҙы ҡайтанан эшкәртеү пункты зонаһына 18 район һәм 4 ҡала ҡарай, шул иҫәптән һеҙҙең район. Унда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, сүп-сарҙы зыянһыҙ итеү ҡаралған. Төбәк операторы йорт хужалары менән килешеү төҙөй һәм аҙна һайын сүп-сарҙы йыйыуҙы ойоштора. Шулай уҡ санкцияһыҙ ҡый түгеү урындарын контролдә тотасаҡ, уларҙы булдырмау юлдарын эҙләйәсәк. Әйткәндәй, бының был яғына сүп-сарҙы рөхсәтһеҙ һәм ҡайҙа етте шунда түккәндәр өсөн яза ҡаты буласаҡ, – тип төшөндөрҙө Раушан Фәрит улы.
Ер йөҙө тотош бер ҙур ҡыйлыҡты хәтерләтә башлауын һәр кем аңлайҙыр. Ә бына уны булдырмау юлдарын эҙләүгә килгәндә, бер кем дә ҡыбырлағыһы килмәй. Һәр яңылыҡ ауыр ҡабул ителә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, халҡыбыҙ үҙ ерен бысратыуҙан, сүп-сарҙы теләһә ҡайҙа түгеүҙән баш тартып, ҡыйҙы ҡайтанан эшкәртеүгә ҡаршы килмәй, еребеҙҙе сүп-сарҙан таҙартыуға үҙ өлөшөн индерер тигән өмөттәбеҙ.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Автор фотолары
Читайте нас: