Ауыл уттары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
15 Октябрь 2018, 18:27

Иғтибар үҙәгендә - балалар

Төрлө федераль, республика программалары ярҙамында беҙҙең район ауылдарының йылдан-йыл төҙөкләнә барыуын, уларҙа күп кенә киҫкен мәсьләләрҙең хәл ителеүен, ауыл халҡының йәшәйеше яҡшыра барыуын һәммәһе лә белә. Шундай программаларға “Ҡала мөхите” программаһын да индерергә була. Быйыл был программа буйынса район үҙәгендәге бер нисә күп ҡатлы йорттар алдындағы территория төҙөкләндерелде, асфальт түшәлде, ә үткән аҙнала ошонда уҡ һәм ошо уҡ программаға ярашлы төҙөлгән балалар майҙансығын асыу тантанаһы булып уҙҙы.

Унда Республика көнөн билдәләү тантанаһы уңайынан районға килгән хөрмәтле ҡунаҡтар – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының баш табибы Р.Й.Нагаев, Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары С.А.Бәхтиәров һәм район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин ҡатнашты.
Тантананы асып, Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А.Г.Годуленко, территорияны төҙөкләндереү, спорт һәм балалар майҙансығын булдырыу ауылдың 270 йыллығына иң ҙур бүләк булыуын әйтте. “Ошо территорияны төҙөкләндереүгә һәм үҙәк майҙанды яңыртыуға тотонолған сығымдар ауыл биләмәһе бюджетынан байтаҡҡа күберәк һәм “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Заманса ҡала мөхите булдырыу” программаһы был мәсьәләне ыңғай хәл итергә ярҙам итте”, – тип билдәләне ул.
Р.Й.Нагаев үҙенең сығы-шында был эштәрҙең ауыл халҡының тормош-көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлтелеүен әйтте. “Берҙәм Рәсәй” партияһының ошондай проекттарын, программаларын ғәмәлгә ашырыуҙа Йылайыр районы халҡының алдағы йылдарҙа ла әүҙем булырына ышанысын белдерҙе. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты район халҡын йәшәү өсөн лайыҡлы, уңай шарттар булдырыуға артабан да бөтә көсөн һаласағына ышандырҙы.
Эштәрҙең тамамланыуы менән тантанаға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин да ҡотланы, уларға әүҙемлектәре, проектҡа ышаныстарын белдереүҙәре өсөн рәхмәтен әйтте.
Йыйылған халыҡ та, үҙ сиратында, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙары һәм йәшәгән йорттары территорияһын төҙөкләндереүҙәре өсөн етәкселәргә рәхмәт белдерҙе.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
В.Климов фотоһы.
Читайте нас: