Республикала «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы» 2014 йылдан уңышлы эшләп килә. Унда ҡатнашырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта бара. Сөнки был проект – йылдар буйы ҡул етмәгән проблемаларҙы хәл итеүҙең бер юлы. Халыҡ белә: һинең өсөн уңайлыҡтарҙы ситтән килгән кемдер тыуҙырмай, барыһы ла кешенең үҙ тырышлығынан тора. Был проекттың үҙенсәлеге лә шунда – ниндәйҙер проблеманы хәл итеүҙә кешеләр үҙҙәре башлап инициатива күрһәтә һәм урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
“Беҙҙең ауыл биләмәһе урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ул эшләй башлағандан алып ҡатнаша. Уның ярҙамында 2014 йылда, мәҫәлән, Исҡужа ауылында хоккей майҙансығы төҙөлһә, 2015 йылда Ҡашҡар ауылының яңы урамдарының береһе һаналған Йылға аръяғы урамы төҙөкләндерелде, 2016 йылда ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың урамдарына яҡтылыҡ үткәрелде. Шуға тиклем биләмәгә ҡараған дүрт ауылға бөтәһе 18 урам лампаһы булһа, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” буйынса уларҙың һаны 56-ға етте”, – тип һөйләй Ҡашҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Флүзә Сәлим ҡыҙы Моратова.
Былтыр халыҡ Ҡашҡар ауылында эшләп килгән фельдшер-акушерлыҡ пунк-тына ремонт яһау проектын хуплап сыҡһа ла, ул конкурс талаптарын үтәй алмаған. Уның урынына бында оло юлдан Исҡужа ауылына боролған ерҙә ябыҡ баҙар төҙөлгән.
“Әлеге ваҡытта эштәр тамамланыуға бара. 1 млн 300 мең һумлыҡ проект ине ул. Бының төп өлөшө, атап әйткәндә, 1 миллион һумы дәүләттән бирелде, 200 мең һумын ауыл биләмәһе, ә ҡалған 100 мең һумын бағымсыбыҙ Винер Тусалин бирҙе. Әгәр ҙә быға тиклем ауыл халҡы үҙе етештергән продукцияны юл ситендә тороп һатһа, бынан ары улар өсөн санитария-гигиена талаптарына ярашлы махсус урын буласаҡ. Иң мөһиме, унда йылы, таҙа”, – ти Флүзә Сәлим ҡыҙы.
Ҡашҡарҙар урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында артабан да ҡатнашырға теләк белдергән һәм 2019 йылда хәл итергә кәрәкле иң көнүҙәк мәсьәлә итеп ике ауыл-
ды хеҙмәтләндереп торған фельдшер-акушерлыҡ пунктын ремонтлау проектын яңынан тәҡдим иткән. Ысынлап та, әгәр был бинаның 1964 йылда төҙөлгән булыуын иҫәпкә алғанда, уны яңыртыу – көн талабы.