Ауыл уттары
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
6 Декабрь 2018, 19:28

Кәрәкле, файҙалы, ваҡытлы...

Республикала бер нисә йыл рәттән урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы уңышлы эшләй. Был проекттың төп үҙенсәлеге: төбәктәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙамлаша. Был йәһәттән беҙҙең районда ла әүҙем эш алып барыла. Ошо программала ҡатнашыу һөҙөмтәһендә юлдар һалына, спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөлә, урамдар яҡтыртыла, техника алына. Шулай итеп, кәрәкле, файҙалы һәм ваҡытлы проекттың ауыл биләмәләрен үҫтереүҙәге өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Әлеге ваҡытта ауыл биләмәлә-рендә, йылдағыса, киләһе йылда урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыу-ҡатнашмау мәсьәләһен хәл итеү буйынса халыҡ йыйылыштары уҙа. Ошондай сходттарҙың береһе ошо көндәрҙә Үрге Ғәле ауыл биләмәһенә ҡараған Байғужала үтте. Әйтергә кәрәк, был биләмәлә туған ауылдарының яҙмышына битараф булмаған алдынғы ҡарашлы әүҙем кешеләр йәшәй. Йыйылыштарға ла бик дәррәү йөрөй улар. Был юлы ла урындағы мәҙәниәт һәм ял үҙәгенә бик күп халыҡ йыйылды.
Йыйылышты Үрге Ғәле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ю.Ә. Таһиров алып барҙы. Үҙенең сығышында ул урындағы башланғыстарҙы яҡлау програм-маһында ҡатнашыу дәүерендә тормошҡа ашырылған проекттар тураһында һөйләне, шул рәүешле, халыҡ йәшәйешен яҡшыртыуҙың мөһим сараһы булараҡ, был проектта быйыл да мотлаҡ ҡатнашырға кәрәклеген әйтте.
Артабан район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В. Коротков һәм район Советы секретары В.Ф. Аҙнағолов ошо проект ярҙамында районда башҡарылған эштәрҙе барланы.
Йыйылыш бик йәнле барҙы, һәр кем үҙенең фекерен әйтергә, тәҡдимен индерергә тырышты. Шулай итеп, оҙайлы бәхәстәрҙән һуң, байғужалар күпселек тауыш менән мәҙәниәт һәм ял үҙәген ремонтлау проектын хупланы. Ошонда уҡ халыҡтан йыйыласаҡ иғәнә күләме, бағымсылар эҙләү мәсьәләһе тураһында ла уртаға һалып һөйләшелде.
Проектты бойомға ашырыу өсөн әйҙәүсе төркөм һайланды. Был исемлеккә ауылдың иң абруйлы, әүҙем йәмәғәтселәре инде. Улар инде был яуаплы эштә халыҡ ярҙамына ышана, сөнки проекттың төп уңыш нигеҙе – берҙәмлектә.
* * *
Ошондай уҡ йыйылыш Бәрҙәш ауыл биләмәһендә лә уҙҙы. Бында ла мәҙәниәт һәм ял үҙәге залы халыҡ менән шығырым тулы ине. Йыйылышты Бәрҙәш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы С.Н. Трофимов асты. Үҙенең сығышында Сергей Николаевич проект ярҙамында бойомға ашырылған эштәр тураһында һөйләне. Былтыр конкурс һайлап алыуын үтә алмағанға күрә, быйыл бар тырышлыҡты һалырға кәрәк, тип билдәләне. Был инде һәр этапта – йыйылыштарҙан алып документтар тултырыуға тиклем етди эш алып барырға кәрәклеге тураһында һөйләй.
Артабан сығыш яһаусы район хакимиәте башлығы урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы С.В. Парфенова ла был программаһының әһәмиәтен аңлатты.
Быйылғы конкурста ҡатнашыу өсөн ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы бер нисә проект тәҡдим итте. Улар араһында янғын һүндереү машинаһы өсөн гараж төҙөү, урамдарҙы яҡтыртыу, клубты ремонтлау, обелиск һатып алыу һәм уның территорияһын тәртипкә килтереү проекттары бар ине. Һөҙөмтәлә, бик ҡыҙыу бәхәстәрҙән һуң, һуңғы проект һайланды. Тимәк, конкурс һайлап алыуын уңышлы үткән хәлдә, Бәрҙәштә яңы обелиск барлыҡҡа киләсәк. Ошонда уҡ һигеҙ кешенән торған әйҙәүсе төркөм һайланды.
Зөбәржәт САЛАУАТОВА.
Читайте нас: