Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
28 Февраль 2019, 19:00

Таҙалыҡ һәм тәртип тупһанан... йәки подъездан башлана

Һәр беребеҙҙең сәләмәт-леге, кәйефе, хәүефһеҙлеге йәшәгән йорттарыбыҙҙың күркәмлегенә, төҙөклөгөнә бәйле булыуы бәхәсһеҙ. Ә хәҙер күҙ алдына кил-терегеҙ әле: кисен арып эштән ҡайтып киләһегеҙ, таҙа, йыйыштырыулы иха-тағыҙҙағы майҙансыҡта шау-гөр килеп балалар уйнай. Өйөгөҙҙө тыштан йәмһеҙләп торған ти-шек-ярыҡтарҙың да эҙе лә ҡалмаған, ә подъезға инһәң танауға шунда уҡ яңы буяу еҫе килеп бәрелә, аяҡ аҫтындағы таҙа иҙәнгә, сағыу төҫтәргә буялған стеналарға ҡыуана-ҡыуа-на, үҙ фатирығыҙҙың ишеген асып инәһегеҙ...

Һәр беребеҙҙең сәләмәт-леге, кәйефе, хәүефһеҙлеге йәшәгән йорттарыбыҙҙың күркәмлегенә, төҙөклөгөнә бәйле булыуы бәхәсһеҙ. Ә хәҙер күҙ алдына кил-терегеҙ әле: кисен арып эштән ҡайтып киләһегеҙ, таҙа, йыйыштырыулы иха-тағыҙҙағы майҙансыҡта шау-гөр килеп балалар уйнай. Өйөгөҙҙө тыштан йәмһеҙләп торған ти-шек-ярыҡтарҙың да эҙе лә ҡалмаған, ә подъезға инһәң танауға шунда уҡ яңы буяу еҫе килеп бәрелә, аяҡ аҫтындағы таҙа иҙәнгә, сағыу төҫтәргә буялған стеналарға ҡыуана-ҡыуа-на, үҙ фатирығыҙҙың ишеген асып инәһегеҙ...
Был ни бары кемдеңдер матур төшө икән йәки ошо юлдарҙы яҙып ултырыусының бай фантазияһы ғына тип уйлай күрмәгеҙ берүк. Был – беҙҙең ысынбарлығыбыҙ. 2019 йылдың ғинуарында старт алған Башҡортостан Республикаһында подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә район-ҡалаларҙағы күп фатирлы йорттарҙа байтаҡ ҡына төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ.
БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был эшкә бик етди ҡарай. Кәңәшмәләрҙә, ултырыштарҙа ошо хаҡта һүҙ даими алып барыла.
– Был үтә мөһим мәсьәлә, – ти Радий Фәрит улы. – Беҙ ҙур программа башлайбыҙ. Ул күләмле, ҙурлығы һәм яңыса ҡарашыбыҙ буйынса ла торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә үҙе бер революцияға тиң. Ошоғаса подъездарға бер ваҡытта ла иғтибар бирмәнек, был тиклем төҙөкләндереү эше менән шөғөлләнмәнек.
БР Торлаҡ-коммуналь хужа-лыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев белдереүенсә, республикала бөгөн 17 меңдән ашыу өйҙә 48,8 мең подъезд иҫәпләнә, шуларҙың яртыһына, йәғни 26 меңдән ашыуына ремонт талап ителә. Комплекслы программаға ярашлы, 2019 – 2024 йылдарҙа уларҙы матурлау өсөн алты миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтеләсәк.
Быйыл подъездарҙы төҙөкләндереүгә миллиард һум аҡса бүленәсәк. Шуның 880 миллионы – республика ҡаҙнаһынан, 100 миллионы – муниципаль берәмектәрҙән, ә 20 миллионы идарасы ойошмаларҙан һәм йорт милекселәренән булырға те-йеш. Ошо суммаға дүрт мең подъезды ремонтлау күҙаллана. Әйтергә кәрәк, һәр подъездың үҙ лимиты, быныһы инде этаждар һанына бәйле.
Радий Хәбировтың матур башланғысы тотош республика халҡы, шул иҫәптән йылайырҙар араһында ла ҙур хуплау тапты һәм ҡыуанып ҡабул ителде. Башланғыс этапта район хакимиәтенең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре бүлеге белгестәренән, Йыла-йыр ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы һәм идарасы компания вәкилдәренән торған махсус комиссия төҙөлдө. Комиссия район үҙәгендәге барлыҡ күп фатирлы йорттарҙың подъездарын (ә улар беҙҙә 28) ҡарап сыҡты һәм уларҙың торошон баһаланы. Һөҙөмтәлә, тәү сиратта ремонтта мохтажлыҡ кисергән йорт подъездары билдәләнде. Шулай итеп, бы-йыл подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһына Йылайыр ауылы Ҡыҙыл партизандар урамындағы 87-се һәм 91-се күп фатирлы йорт подъездары һәм 115-се ятаҡхананың бер подъезы инде. Был мәғлүмәтте һәм шулай уҡ 2020– 2024 йылдарҙа ремонтланасаҡ йорт подъездарың адрес исемлеген район хакимиәтенең рәсми сайтында табышырға мөмкин.
Күп фатирлы йорттар милекселәре менән дөйөм йыйылыштар үткәреү әҙерләнеү этабының икенсе аҙымы булып тора ине.Ошондай йыйылыштар Йылайыр ауылында үтте. Быйылғы программаға ингән йорттарҙа йәшәүселәр менән район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин, Йылайыр ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А.Г. Годуленко, район хакимиәтенең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге белгестәре һәм идарасы компания вәкилдәре осрашты. Шулай итеп, программаның асылы, уның маҡсаттары һәм башҡарыласаҡ эш күләме тураһында йылайырҙар уны бойомға ашырыуҙа туранан-тура ҡатнашыусыларҙан ишетте. Мәҫәлән, торлаҡ хужалары йыйылыштарҙа эштәр исемлеген төҙөргә, уны ҡабул итеү һәм контролдә тотоу өсөн яуаплы кешене тәғәйенләргә тейеш. Комплекс-лы сара подъезд ишектәрен, иҙәнен алмаштырыу, стеналарҙы һәм түшәмдәрҙе буяу, почта йәшниктәрен, яҡтыртыу приборҙарын, тәҙрәләрҙе яңыртыу, кабель телевидениеһы һәм интернет өсөн һуҙылған сым ҡумталарын алмаштырыуҙы үҙ эсенә ала.
– Подъездарҙы ремонтлау буйынса комплекслы программаны бойомға ашырыу республикала заманса ҡала мөхитен булдырыу йүнәлешендә башҡарылған маҡсатлы эштәрҙең мөһим бер өлөшө, – тине Илгиз Лирман улы йыйылыштарҙа ҡатнашыусылар менән әңгәмә барышында. – Торлаҡ-коммуналь хужалығы эшмәкәрлегенә дөйөм ҡарашты ла ыңғай яҡҡа үҙгәртергә те-йеш ул. Күп фатирлы йорттар милекселәренә үҙҙәрен ысын хужаларса тоторға өйрәтергә, ысынбарлығыбыҙҙы, беҙҙе уратып алған мөхитте йәмләндереү өсөн үҙойошоу һәләтен тергеҙерҙә тейеш ул был программа. Бөгөнгөләй дәррәү йыйылып, идарасы компания менән берлектә подъездың дизайнын уйлау – бына хатта ошолар ҙа тормошобоҙҙоң күп кенә аспекттарын яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тейеш. Барыбыҙға ла уңыштар теләйем!
Республика Хөкүмәтенең сираттағы оператив кәңәш-мәһендә белдерелеүенсә, быйыл ремонт яһау графигы түбәндәгесә:
28 февралдән 15 апрелгәсә – подрядсылар конкурсы, еңеүселәрҙе билдәләү.15 апрель – эш башы.15 апрелдән 1 июнгә тиклем – планлаштырылғандың 25 процентын башҡарыу.
1 июнь – 1 август – ремонт 55 процент күләмендә башҡарылған булырға тейеш.
1 август – 1 октябрь – 85 проценты тамам. 1 ноябргәсә – подъездар ремонтлау 100 процентҡа башҡарылған.
Ваҡиғалар үҫешен беҙ артабан да күҙәтеп барасаҡбыҙ.
Зөбәржәт Һиҙиәтова.
Читайте нас: