Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
4 Апрель 2019, 19:04

Республикала телевидение өр-яңы этапҡа аяҡ баҫа

Быйыл Рәсәй тулыһынса һанлы телевидениеға күсәсәк, аналог форматындағы федераль телевизион каналдарҙы 3 июндән һүндерә башлаясаҡтар. 2019 йылдың ғинуарынан барлыҡ федераль каналдар һанлы тапшырыу алымына күсәсәк. Был башланғыс “2009–2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы нигеҙендә бойомға ашырыла.

Быйыл Рәсәй тулыһынса һанлы телевидениеға күсәсәк, аналог форматындағы федераль телевизион каналдарҙы 3 июндән һүндерә башлаясаҡтар. 2019 йылдың ғинуарынан барлыҡ федераль каналдар һанлы тапшырыу алымына күсәсәк. Был башланғыс “2009–2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы нигеҙендә бойомға ашырыла.
Әммә бында ниндәйҙер кимәлдә өйҙәге техниканың торошо роль уйнай. 2014 йылдан һуң етештерелгән заманса телевизоры булған кешеләргә дециметрлы диапазонлы антеннаға эйә булыу етә. Уның шәхси, коллектив, тышҡа йәки бүлмәгә ҡуйыла торған төрҙәренең барыһы ла ярай. Ә инде 2014 йылға тиклем сығарылған телевизор эйәләренә антенна һәм һанлы приставка алырға кәрәк. Приставка электроника магазиндарында һатыла, хаҡы яҡынса 700–2500 һум. Ошо шарттарҙы үтәп, телевизорығыҙҙы көйләһәгеҙ, 20 телеканал һәм, шуларға өҫтәп, беҙҙең Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарау мөмкинлегенә эйә буласаҡһығыҙ.
Республикала һанлы телевидениеға күсеү буйынса махсус эшсе төркөм төҙөлгән. Уның составына Хөкүмәт, төбәк Башлығы Аппараты, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы вәкилдәре инә. Был мәсьәлә урындарҙа ҡала һәм район хакимиәттәре етәкселәре тарафынан даими контролдә тотола.
Район территорияһында һанлы телевидениеға күсеү буйынса башҡарылған эштәр хаҡында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Марс Салауат улы Солтанов һөйләне:
– Бөгөнгө көнгә беҙҙең район территорияһында 7 ауыл биләмәһе һанлы телевизион сигнал ҡабул итмәй. Тап шул ауылдарҙа антенналар ҡуйыу эштәре әүҙем бара. Әлеге ваҡытҡа Бәрҙәш ауыл биләмәһендә – 9, Дмитриевка ауыл биләмәһендә – 13, Иван-Ҡыуалат ауыл биләмәһендә – 9, Үркәс ауыл биләмәһендә – 6, Ҡәнзәфәр һәм Ҡашҡар ауыл биләмәләрендә 21-әр һәм Һабыр ауыл биләмәһендә 7 антенна ҡуйылған да инде.
һанлы телевизион сигнал ҡабул итмәгән ауылдарҙа йәшәгән халыҡҡа, әгәр ҙә ул льготалы граждандар категорияһына ҡараһа, бушлай антенна ҡуйыла. Аҙ тәьмин ителгәндәр исемлегенә минималь пенсия алған хаҡлы ялдағы граждандар һәм балаһына ай һайын балалар пособиеһы алған ғаиләләр индерелә. Был категория граждандарға антенна бушлай ҡуйыла. Алда әйтеп киткәнебеҙсә, ТВ комплекттарын ҡуйыу эштәре дауам итә. Льготниктарға, әгәр ҙә быға тиклем ғариза яҙмаған булһалар, тиҙ арала быны эшләргә кәңәш ителә. Бының өсөн үҙе йәшәгән ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итеү ҙә етә.
Ә һанлы телевизион сигнал ҡабул иткән территорияла йәшәгән льготалы граждандарға, үҙ аллы приставка алған осраҡта, ғаиләгә бер мең һум аҡсалата компенсация ҡаралған. Уны юллар өсөн күп функциялы үҙәккә, приставка алғанын дәлилләгән документтар менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Роза Вәлитдин ҡыҙы Асаинова, Һабыр ауылы:
– Беҙ бабайым менән күптән инде хаҡлы ялда һәм минималь пенсия алабыҙ. Шуға ла беҙҙең ғаилә льготалы граждандар категорияһына эләгеп, 20 канал ҡабул иткән спутник антеннаһын бушлай ҡуялар тигәс, ҡыуанып бөтә алманыҡ. Быға тиклем беҙҙә IP-приставкаһына ҡуйылған ине һәм беҙ уның өсөн ай һайын 270 һум түләп торҙоҡ. Пенсия әҙ булыуын иҫәпкә алғанда, әлбиттә, был сумма ла күп күренә. Уйлап ҡарағыҙ, йылына ғына 3 мең һумдан ашып китә. Беҙҙең кеүек халыҡҡа ярҙам итерҙәй программа уйлап тапҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәтлебеҙ.
Салауат Ишҡәле улы Ишбулдин, Ҡашҡар ауылы:
– Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса бушлай спутник антенналарын ҡуялар тигән хәбәрҙе ишеткәс, бик ҡыуандыҡ. Беҙ һанлы сигналды ҡабул итмәгән зонала йәшәйбеҙ һәм күптән түгел генә антенна ҡуйып киттеләр. Уны ҡуйған егеттәр бөтәһен дә ентекле аңлатты, һорауҙарға яуап бирҙе. Түләргә кәрәкмәй, яҡшы сифатлы һәм бөтә ҡыҙыҡлы каналдар ҙа бар, тағы ла нимә теләргә инде. Беҙҙе хәстәрләгәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ!
Һанлы телевидениеға ҡағылышлы “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны ла булдырылған. Бөтә ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса бушлай, тәүлек әйләнәһенә һәм ялһыҙ эшләгән 8-800-220-20-02 телефонына шылтырата алаһығыҙ. Ғөмүмән, һанлы телевидениеға күсеү халыҡҡа артыҡ ҡатмарлы, мәшәҡәтле эш булмаҫ, һәр кем һорауҙарына ваҡытында тейешле яуап алыр, уларҙы бергәләп хәл итербеҙ, тип ышанабыҙ.
Гөлгөнә БАЙСУРИНА.
Читайте нас: