Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
6 Август 2019, 13:28

Яңы аллея-скверҙар урамдарҙы йәмләй

Һәр кемгә лә, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, үҙенең тыуған төйәге, районы яҡын һәм ҡәҙерле була. Миңә лә был тойғо бик таныш. Бынан сирек быуат элек йәшләй генә ғаилә ҡороп Сибай тарафтарына сығып киткәйнек... Ҡала ерендә йорт һалып, төпләнеп йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ. Хәҙер балаларыбыҙ ҙа үҫеп етте инде. Тормош үҙ ағышы менән дауам итә. Донъябыҙ бөтөн, бар яҡтан бәхетлебеҙ һымаҡ. Әммә барыбер ҙә, тыуған яҡҡа еткән ер юҡтыр ул, тип уйлайым. Беҙ ғаиләбеҙ менән үҙебеҙҙең йылайырыбыҙға ғашиҡбыҙ. Форсат сыҡҡан һайын, йылдың һәр миҙгелендә лә, айына бер-нисә тапҡыр әсәйем һәм бер туған һеңлеләрем янына, Йылайыр ауылына ҡайтырға ашығабыҙ. Ҡышҡы каникул ваҡытында ғаиләбеҙ, туғандар менән бергәләп яңы “Космос” кинотеатрына барып кинофильмдар ҡараныҡ. Беҙ бында билет хаҡының осһоҙ булыуына хайран ҡалдыҡ. Киләсәктә яңы бассейнды күрергә иҫәп бар. Ҡалалағыса заманса магазиндар, кафе, пекарня, дарыуханалар ҙа күпләп асылған бында. Тағы ла шуныһы күҙгә салына: урамдар яңы төҫ алған, аллея-скверҙар барлыҡҡа килгән. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа район үҙәге урамдары күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Ленин һәм Голубцов урамдарында халыҡ өсөн ял итеү зоналары булдырылған.
Автовокзал янындағы аллея ҙур ғына майҙанды биләй. Ҡайын, шыршы һәм тирәк ағастары менән уратып алынған аллея эсендә эскәмйәләр, сүп-сар һалыу өсөн урналар ҡуйылған. Аллеяға илткән юлдар, тротуарҙар асфальтланған. Автомобилдәрҙе ҡуйыу өсөн махсус урын бүленгән. Аллея тотош семәрле тимер рәшәткәләр менән уратып алыған. Ҙур ҡапҡаның булыуы уңайлы, ял итеү зонаһына төрлө аттракциондарҙы индереп урынлаштырыу мөмкинлеге бар. Ҡала етәкселеге әйтеүенсә, яҡын арала бында бәүелсәктәр, тау һәм башҡа уйын элементтары менән йыһазландырылған балалар майҙансығы сафҡа инәсәк.
Яңы аллеяны олоһо ла, кесеһе лә үҙ итеп өйрәнгән. Бигерәк тә йәш әсәләр ҡәнәғәт. Балалар арбаһы этеп, кескәйҙәрен етәкләгән гүзәл заттар ял итеү зонаһының хәүефһеҙ һәм тыныс булыуын билдәләй.
Ленин урамында бер юлы ике сквер “ҡалҡып” сыҡҡан. Элек “Черемушки” магазины эргәһендә ағас рәшәткәләр менән кәртәләнгән баҡсалыҡ булды. Үлән баҫып алған был урын артыҡ күҙгә лә салынып бармай ине. Яңыраҡ был ерҙе күреп танымай торҙом, хатта. Заманса итеп үҙгәртелгән скверҙың ҡап уртаһынан тротуар үтә. Ағастарҙың күләгәһендә генә уңайлы эскәмйәләр теҙелеп киткән. “Аяҡлы” фонарҙәр менән яҡтыртылған был урындан кистәрен дә кеше өҙөлмәй. Мин барғанда, эскәмйәлә бер төркөм үҫмерҙәр, төҫмөрләү буйынса 6-сы, 7-се кластарҙы тамамлаған балалар ял итеп, үҙ-ара гәпләшеп ултыра ине. Эргәләрендә велосипедтары ята. “Шунан, малайҙар, ҡыҙҙар ял итеп буламы? Яңы сквер оҡшаймы?”,--тигән һорауыма улар кемуҙарҙан яуап бирергә тотондо. “Оҡшай. Беҙ бында көн һайын киләбеҙ, дуҫтарыбыҙ менән велосипедта йөрөйбеҙ”,--ти малайҙарҙың береһе. Үҫмерҙәр бик иғтибарлы булып сыҡты. Эскәмйә эргәһендә торған бер фонарҙең быялаһы ярылған тип, күрһәттеләр. Үкенескә ҡаршы, кешеләр өсөн эшләнгән уңайлыҡтарҙы юҡ итеүселәр, эскәмйәләрҙе ватып, сәскә түтәлдәрен боҙоусылар ҙа табылып тора арабыҙҙа. Ысынлап та, яңыраҡ ҡына был фонарҙе лә ниндәйҙер вандалдар төбөнән һындырып, ҡолатып киткән ине шул. Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре уны яңынан нығытып, урынлаштырған. Әммә үҫмерҙәрҙең әйтеүенсә, фонарҙәр тейешле итеп нығытылмаған. Ҡоролманың өҫкө һәм аҫҡы өлөшөн тоташтырып тороусы ҡаптырмаларҙың бик мөсһөҙ икәне күренеп тора. Әлбиттә, был етешһеҙлекте бармаҡ менән төртөп күрһәтеүсе малай һәм ҡыҙҙар хаҡлы. Яҡын арала был кәмселектәргә иғтибар итерҙәр тип ышанғы килә.
Яңы аллея һәм скверҙар менән яҡындан танышыуҙы дауам итеп, ары юлландым. Ленин урамының икенсе осонда мине тағы ла нығыраҡ үҙгәрештәр көткән икән! Ниһайәт, ташландыҡ хәлдә торған 115-се ике ҡатлы йорттоң эргәһендә киң масштаблы төҙөкләндереү эштәре башланыуын күреп ҡыуандым. Хәтерләйем, 90-сы йылдарҙа район үҙәгендә эш башлаған мәлдә миңә лә ошо йорттоң бер бәләкәй генә бүлмәһендә йәшәргә тура килгәйне. Шуға күрә, уның ташландыҡ хәле мине лә борсой ине. Совет осоронан ҡалған дөйөм ятаҡ бинаһын хәҙер танырлыҡ та түгел. Әлеге мәлдә төҙөүселәр йорттоң ҡыйығын алыштырыу менән мәшғүл. Тиҙҙән улар бинаның фасадын буяу эштәренә тотонмаҡсы. Бында ысын мәғәнәһендә эш “ҡайнай” ҙа баһа! Йылайыр район биләәмәһе башлығы А.Г.Годуленко үҙе лә килеп еткән. –Быйыл май айында “Ҡала мөхите”, “Башҡорт ихаталары” һәм “ Подъездарҙы ремонтлау” республика программаларына ярашлы Ленин урамында урынлашҡан 115-се йортта һәм уның эргә-тирәһендә ремонт эштәрен башланыҡ. Июндә бинаны үҙәкләштерелгән һыуүткәргескә тоташтырҙыҡ. Подъездарҙы ремонтланыҡ, тимер ишектәр ҡуйҙыҡ. Августа ҡыйыҡты алыштырыу эштәрен тамамлаясаҡбыҙ. Тиҙ арала эшселәр фасадты буяуға һәм тупһаны алмаштырыуға, пандус урынлаштырыуға тотонасаҡ,--тип эш барышы менән таныштырҙы Александр Геннадьевич.
Нимәһе оҡшаны, бында йәшәүселәр үҙҙәре лә көн дә ихатаға сығып, төҙөлөш эштәре менән ҡыҙыҡһынып, төҙөүселәргә теләк-тәҡдимдәрен еткереп тора.
Шуға күрә, тупһаға сығып торған апайҙарҙың да фекерен белмәйенсә булмай. Һүҙ—уларҙың үҙҙәренә.
Яҙгөл Ҡаҙнабаева:
--Мин был йортта ғаиләм менән 24 йыл йәшәйем. Ошоғаса бер ниндәй ҙә ремонт булғаны юҡ. Икенсе этажда йәшәгәнлектән, түбәнән һыу ҡойолоп ҡаҡшата. Тишек ҡыйыҡтарҙан яҙғыһын да тамсы тама. Әлбиттә, ремонт эшләүҙәренә ҡыуанабыҙ. Бының өсөн район һәм биләмә етәкселегенә, төҙөүселәргә ҙур рәхмәт еткерәбеҙ.
Лилиә Ҡунаҡасова:
--Мин бында 1983 йылдан алып йәшәйем. Ярты быуатлыҡ йорт ремонт күргәне юҡ. Әлеге көндә һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Ихатабыҙ матурайҙы, өй алдына 1-2 эскәмйә ултыртһалар бигерәк шат булыр инек. Оло кешеләргә ял итеүе уңайлы булыр ине.
Йорт алдындағы майҙансыҡ сквер итеп үҙгәртелгән, тротуар һалынған, машиналарҙы ҡуйыу өсөн тәғәйен урынды ла асфальтлағандар. Эргәлә генә балалар уйын майҙансығы төҙөлгән. Әле унда уйын элементтарын урынлаштыра башлағандар. Бында йәшәүселәр ҡала етәкселегенә ҙур рәхмәтле, ҡыуаныстарының сиге юҡ. Улар был шатлыҡты оҙаҡ көттө.
Читайте нас: