Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
11 Сентябрь 2019, 12:06

Уңайлы мөхиткә тағы бер аҙым

“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программа, исемендә үк әйтелгәнсә, торама пункттарҙың территорияһын матурлауға, күмәк ял итеү урындарында уңайлыҡтар барлыҡҡа килтереүгә йүнәлтелгән. Беҙҙең районда ла был проект буйынса муниципаль территорияға ҡараған дөйөм ҡулланыу урындарын төҙөкләндереү саралары ойошторолдо.

Районыбыҙҙың ауылдарында “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһын ғәмәлгә ашырыу бөгөн дә дауам итә. Шулай, Йылайыр ауылында үҙәк майҙанды рәткә килтереү эштәре ҡайнай.
Йылайырҙың үҙәк майҙанын төҙөкләндереү ике этапта үтә. Беренсеһе 2018 йылда башҡарылды: майҙандың территорияһына асфальт түшәлде. Быйыл, 2019 йылда майҙандың эргә-тирәһен рәткә килтереү планлаштырыла. Был эштәрҙең подрядсыһы – Йылайыр юл ремонт-төҙөлөш идаралығы.
Район хакимиәтенең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса бүлеге мәғлүмәте буйынса, үҙәк майҙанды төҙөкләндереү өсөн ике миллион һумға яҡын аҡса сарыф ителәсәк. Бөгөнгө көндә тротуар төҙөү, бордюр ташы һалыу, асфальт түшәү, парковка барлыҡҡа килтереү эштәре тамамлау этабында. Шулай уҡ баҫҡыстарҙы ремонтлау, һәйкәлдең постаментын декоратив ремонтлау, контейнер майҙансыҡтарын булдырыу, ҡойма ҡуйыу, йәшел зона булдырыу кеүек эштәр күҙҙаллана.
“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проектында ҡатнашыу – ауыл тормошонда мөһим ваҡиға. Сөнки һәр кеше өй эсендә генә түгел, йорт-ҡура тирәһендә лә уңайлы булыуын, балалар менән тыныс ял итеүҙе, машиналар тротаурҙарҙа түгел, ә махсус урындарҙа тороуын, күберәк йәшеллек һәм ял итеү урындары булыуын теләй. Ә был проект тап шундай - уңайлы мөхит булдырыуға тағы бер аҙым.
Читайте нас: