Ауыл уттары
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
28 Октябрь 2019, 19:13

Ауыл өсөн кәрәк программа

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” республикала биш йыл дауамында уңышлы ғәмәлгә ашырылып килде. Районыбыҙ ҙа был проектта әүҙем ҡатнашып, күп кенә эштәр башҡарыуға, байтаҡ техника һатып алыуға өлгәште.

Әлеге ваҡытта бөтә ауыл биләмәләрендә лә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында киләһе йыл да ҡатнашыу-ҡатнашмау мәсьәләһен хәл итеү буйынса йыйылыштар бара. Яманһаҙҙа ла үтте ундай йыйылыш.
Яманһаҙ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы И.А. Амантаев, йыйылыш-ты асып, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”ның асылы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, ошо программа ярҙамында уҙған йылдарҙа эшләнгән эштәр тураһында һөйләне.
– Үҙегеҙ беләһегеҙ, был программа биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуға конкурс нигеҙендә республика бюджетынан аҡсалата ярҙам бүлеүҙе күҙаллай. Иң мөһиме, унда халыҡ әүҙем ҡатнашырға һәм ул һайлаған проект биләмәлә өҫтөнлөклө проблеманы хәл итергә йүнәлтелгән булырға тейеш, – тине Ислам Айрат улы.
Шулай итеп, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында яманһаҙҙар киләһе йыл да ҡатнашырға ризалыҡ белдерҙе.
Гөлгөнә БАЙСУРИНА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: