Йылайыр районы намыҫын ярышта Зифа Хәсәнова, Алина Аҡҡужина, Айҙар Солтанов яҡланы. Улар ике ай буйына ярышҡа етди әҙерлек алып барҙылар. Тырышлыҡтары бушҡа булманы – Өфөлә яҡшы һөҙөмтә күрһәттеләр. Дартс буйынса шәхси беренселектә Алина Аҡҡужина 3-сө урынға лайыҡ булды. Ә Айҙар Солтанов өҫтәл теннисында 2-се урын яуланы. Шулай, Йылайыр районы командаһы республика ярышында 3-сө урын алып, кубок менән ҡайтты.
– Ярышҡа әҙерләнгәндә ярҙам иткән район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге белгестәренә һәм сараға барып ҡайтыуҙы ойоштороуҙа булышлыҡ күрһәткән, мөмкинлектәре сиклеләрҙең бер генә мөрәжәғәтен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмаған район хакимиәте башлығы И. Л. Фәтҡуллинға оло рәхмәтлебеҙ, – тиҙәр спортсылар.
Зифа Хәсәнованы, Алина Аҡҡужинаны һәм Айҙар Солтановты районыбыҙҙың ғорур исемен лайыҡлы яҡлап, призлы урын алып ҡайтыуҙары менән ҡотлайбыҙ! Уларға уңыштар һәм яңынан-яңы еңеүҙәр теләйек!