Йылайыр ауылын “Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларында һәм тарихи урындарында ҡала мөхите булдырыу иң яҡшы проект” конкурсында ҡатнашыуға әҙерлек сиктәрендә, уҙған аҙна аҙағында район үҙәгендә проект һайлау семинары уҙғарылды.
Сара [irgrb|Башҡортостан ҡалалары һәм ауылдарын үҫтереү институты] тарафынан әҙерләнде һәм үткәрелде.
Конкурстың маҡсаты – йәшәү сифатын үҫтереүгә, тарихи урындарға ҡунаҡтар килеүенә булышлыҡ итеүгә, хеҙмәттәр индустрияһын үҫтереүгә йүнәлтелгән уңайлы ҡала мөхитен булдырыу. Ауылдарға килгәндә, тарихи урындарҙы, ҡабатланмаҫ тарихи мираҫты һаҡлап ҡалыу тәү маҡсат булып тора.
Беренселәрҙән булып проекттар һайлауҙа Ш.Бабич исемендәге гимназия уҡыусылары ҡатнашты. Гимназияның актовый залында, 8-10 кешенән торған төркөмдәргә бүленеп, фекер алышыуҙарҙан һуң, ауылдың тарихи үҙәген төҙөкләндереү проектын тәҡдим иттеләр.
Проект һайлауҙың икенсе өлөшө район үҙәгенең ял һәм мәҙәни үҙәгендә үтте. Бында ла иң әүҙем ауыл халҡын 7 командаға бүлеп, үҙҙәре күрергә теләгән проектты презентацияларға ҡушылды.
Проектҡа ҡағылышлы бар яңылыҡтар менән һәм үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе «Вконтакте» социаль селтәрендә [zilair2019| Йылайыр ауылының йәмәғәт киңлектәре] төркөмөндә белдерә алаһығыҙ.