Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
26 Ноябрь 2019, 11:23

Юлсылар техника яңырта

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан автомобиль юлдарының оҙонлоғо буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй.

Ә беҙҙең Йылайыр юл ремонтлау-төҙөү идаралығы (ДРСУ) ошо юлдарҙың иң ҡатмарлы участкаларының береһен хеҙмәтләндерә, шуға ла “өлөштәренә төшкән” был юлдарҙы йәйен-ҡышын тәртиптә тотоу юл эшсәндәре иңенә бик ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә.
“Ир маҡтана – ҡорал эшләй”, – ти халыҡ. Эйе, юлдар төҙөү, уларҙы йыл әйләнәһенә ҡарап, ремонтлап тороу өсөн техника, уның төҙөк булыуы һәм әлдән-әле яңыртылып тороуы зарур. Был мәсьәләгә ДРСУ-ла бик етди иғтибар бирәләр. Ошоға тиклем бында автомобилдәр паркын яңыртһалар, яңыраҡ өр-яңы ике трактор алдылар.
Ҡыҫҡаһы, юл хеҙмәте ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә әҙер.
В.Климов фотоһы.
Читайте нас: