Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев дүрт төп йүнәлеште иғлан иткән. Улар – газондар яһау, тротуарҙарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыуҙы монтажлау, ҡоймалар ҡуйыу, дөйөм алғанда, ҡасабаларҙың тышҡы йөҙөн берҙәм стандартҡа килтереү. Әле министрлыҡта проектты бойомға ашырыу план-графигы әҙерләнә.
«Министрлыҡтың бурысы – ҡыҫҡа ваҡыт эсендә муниципалитет башлыҡтарына эш параметрҙарын билдәләү , — ти Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. — Эш биләмәне капиталь йыйыштырыуҙан башланырға тейеш. Беҙгә халыҡтың инициативаһын уятырға кәрәк. Ошо ҙур эштә улар үҙҙәре ҡатнашырға тейеш». Тимәк, беҙгә лә был йәһәттән әүҙемерәк булырға кәрәк, йәмәғәт.