Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
14 Февраль 2020, 16:40

Яңы туристик сайтҡа рәхим итегеҙ!

Хәтерләйһегеҙҙер, декабрь башында visitrb туристик порталы эшләй башлауы хаҡында хәбәр иткәйнек. Ә 2019 йылдың мартында туристар өсөн сервис — gotorb.ru интернет-ресурсы асылғайны. Ошо көндәрҙә Башҡортостанда тағы ла бер яңы туристик сайт менән таныштырҙылар – terrabashkiria.ru. Порталда рус, итальян, испан, ғәрәп, ҡытай, инглиз һәм немец телдәрендә республика, тәбиғәт ҡомартҡылары хаҡында мәғлүмәт тупланған.

Ҡайҙа барырға, нимә менән шөғөлләнергә һәм нисек барып етергә – бына ошолдар сайттың төп бүлектәре. Шуныһы уңай, бында яҡынса хаҡтар менән Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан Өфөгә килеү ысулдары тәҡдим ителгән. Сайтта туристик маршруттар, шифаханалар, милли аш-һыу, сувенирҙар, шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһының күркәм урындары тураһында мәғлүмәт йыйылған. Айырым ҡушымтала республиканың туроператорҙары хаҡында баҫылған.
Читайте нас: