Ҡала хеҙмәттәре әҙерлек эштәрен башлаған да инде. Һыу баҫыу ихтималлығы булған райондарҙа иҫкәртеү рейдтары уҙғарыла, ошонда йәшәгәндәрҙең исемлектәре яңыртыла. Ҡарҙың ныҡ иреүе сәбәпле һәр ваҡыт һыу баҫҡан урамдарҙан ҡар сығарыла. 2 мартҡа ҡарата, ошондай участкаларҙан 7 мең самаһы кубометр ҡар сығарылған.
Шулай уҡ ташҡынға ҡаршы штабтар, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары һәм ташҡын осоронда эшкә йәлеп ителергә тейешле ойошмалар, предприятиелар «ҙур һыу» менән осрашыуға әҙерләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1420481-v-ufe-nachalas-podgotovka-k-vesennemu-polovodyu/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы