Тиҙҙән, бик тиҙҙән йылайырҙарға http://2.gorodsreda.ru/ бөтә Рәсәй платформаһында ҡуйылған объекттар тауыш биреү өсөн асыҡ буласаҡ. Әле муниципалитеттар ПОС системаһы аша ҡуйған йәмәғәт территориялары төбәк кимәлендә, шулай уҡ Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында модерация үтә.
Беҙҙең районда 2022 йылда төҙөкләндереүгә дәғүә итеүсе объекттарҙың береһе Йылайыр ауылының яр буйы территорияһы буласаҡ. Һеҙҙең менән беҙҙең ҡатнашлыҡ арҡаһында ғына был йәмәғәт территорияһының йөҙө ауыл халҡын һәм ҡунаҡтарҙы үҙенә тартып-саҡырып торған урынға әйләнәсәк. Бының өсөн беҙҙең рейтинг өсөн тауыш биреү мөмкинлегебеҙ бар.
ХӘТЕРЕГЕҘГӘ ТӨШӨРӘБЕҘ: төҙөкләндереләсәк территорияны һайлау буйынса тауыш биреү 2021 йылдың 26 апрелендә башланасаҡ һәм 30 майға тиклем дауам итәсәк. Иң күп тауыш йыйған объекттар “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите формалаштырыу” федераль проектына индереләсәк һәм 2022 йылда төҙөкләндереләсәк.
Әйҙәгеҙ, ауылдарыбыҙҙы, районыбыҙҙы бергәләп матурыраҡ, яҡшыраҡ итәйек!