Ауыл уттары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Уңайлы мөхит
21 Февраль , 10:10

Йылайыр йәмләнә

Йылайырҙағы парктар, скверҙар һәм быуа яны урындағы халыҡтың һәм ситтән килеүселәр өсөн бик шәп ял итеү урынына әүерелде.

Йылайыр йәмләнә
Йылайыр йәмләнә

Беҙҙең районда Рәсәй президенты башланғысы менән ойошторолған «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты әүҙем тормошҡа ашырыла.

Уҙған йылдарҙа Йылайыр ауылында парктар, скверҙар һәм яр буйын төҙөкләндерелһә, быйыл Йылайыр быуаһы янындағы яр буйын төҙөкләндереүҙе тамамлау күҙаллана.

Тиҙҙән 2025 йылда төҙөкләндереләсәк территориялар өсөн тауыш биреү башлана. Тауыш биреү өсөн Йылайыр ауылында 2 проект тәҡдим ителә: Киров урамы, Йылайыр тыҡрығы, Голубцов урамы буйлап тротуар, Яр буйы урамы буйлап сквер һәм футбол яланы төҙөү.

Был йәнә лә әүҙем тауыш биреүҙә ҡатнашырға кәрәк буласаҡ, тигәнде аңлата. Бының өсөн 3,8 меңдән ашыу тауыш йыйырға кәрәк.

Тауыш биреү 15 мартта башлана һәм 30 апрелгә тиклем дауам итә.

Мөмкин тиклем күберәк халыҡтың ҡатнашыуы бик мөһим, шуға ла тауыш биреүгә ҡушылырға саҡырабыҙ!

Бергәләп яратҡан районыбыҙҙы йәшәү өсөн уңайлы итә алабыҙ!

 

Йылайыр йәмләнә
Йылайыр йәмләнә
Йылайыр йәмләнә
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: