Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән Башҡортостанда "Башҡорт ихаталары" ихата биләмәләрен төҙөкләндереү программаһы 2019 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы биш йылда республика бюджетынан бүленгән аҡсаға 400 мең кеше йәшәгән 1326 ихата яңыртылған. Төҙөкләндереү тураһында ҡарар торлаҡ хужаларының дөйөм йыйылышында коллектив ҡабул ителә. Программа буйынса ихаталарҙа асфальт япмаһы, тротуарҙар яңыртыла, автотранспорт өсөн туҡталҡалар булдырыла, балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә. Әйткәндәй, «Башҡорт ихаталары " программаһын финанслауға сығымдың 94 процентын республика, 5 процентын муниципалитет бүлһә, 1 процентын халыҡ йыя.
Эш сифаты белгестәр тарафынан контролдә тотола һәм иң мөһиме халыҡтың фекерен, уй-теләктәрен иҫәпкә ала.
Йылайыр ауылында “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 2020 йылда Ҡыҙыл партизандар урамындағы 94 -се һәм 96-сы йорттар янындағы территориялар төҙөкләндерелде. Ремонт эштәре барышында яңы тротуарҙар, парковка урындары булдырылды, сүп-сар өсөн контейнерҙар ҡуйылды. Балалар өсөн резина япма түшәлгән спорт майҙансығы эшләнде. Күптәрҙең яратҡан ял итеү һәм физкультура менән шөғөлләнеү урынына әйләнгән майҙансыҡтан халыҡ өҙөлмәй. Коляскалар менән сыҡҡан йәш әсәйҙәр ҙә, футбол тибергә яратҡан йәштәр һәм кистәрен уңайлы скамейкаларҙа ултырып ял итергә яратҡан өлкәндәр ҙә бер тауыштан башҡарылған эштәр менән бик ҡәнәғәт булыуҙарын белдерә.
Республика еспублика Рес РесБашлығы “Башҡорт ихаталары” программаһын республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге өҫтөнлөклө проекттарының береһе тип билдәләне.
“Башҡорт ихаталары” – беҙҙең иң яҡшы һәм иң ҙур ихтыяж булған республика программаһы”, – ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығыштарында. – “Уны тормошҡа ашырыу барышында халыҡ хәүефһеҙ, уңайлы майҙансыҡтар ала, улар ололар өсөн дә, балаларға ла ҡулайлы. Быға саҡлы Өфөгә ҙур иғтибар бирә инек, сөнки ҡаланың юбилейына әҙерлек бара. Хәҙер “Башҡорт ихаталары”н күберәк башҡа ҡалаларҙа һәм райондарҙа төҙөргә тырышасаҡбыҙ”.