Республика Башлығы тәҡдиме менән 2019 йылдан күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау программаһы эшләй башланы. Уның сиктәрендә 3,5 миллиард һумға яҡынса 8,2 мең подъезды яңыртҡандар. Дөйөм алғанда, 4 меңдән ашыу күп фатирлы йорт тәртипкә килтерелде. 2,7 меңдән ашыу лифтты алмаштырған. Был алдағы биш йыллыҡ кимәленән 2,5 тапҡырға күберәк. Был маҡсаттарға йәмғеһе 22 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Барлыҡ төҙөкләндереү проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыуға йәмәғәт тыңлауҙары үткәрелә. Ауыл һәм ҡалаларҙа төҙөкләндерелергә тейешле объекттарҙы һайлап алғанда халыҡ фекере иҫәпкә алына. Проекттарҙы тикшергәндә уларҙың функциональ йөкмәткеһе лә ҡарала. Һуңынан проектлаусылар эшкә тотона, улар арҡаһында һәр биләмә үҙенсәлекле төҫ ала.
Эштәрҙе башлар алдынан Төбәк операторы һәр йортта халыҡ менән берлектә мәғлүмәт осрашыуҙары үткәрә. Улар ниндәй эштәр башҡарылырын асыҡлай, стеналарҙы ниндәй төҫкә буярға кәрәклеген хәл итә. Ремонт барышында инеү урындары тәртипкә килтерелә, стена һәм түбәләр буяла, иҫке ағас тәҙрәләр пластикка алмаштырыла, яңы тамбур ишектәре, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар, почта йәшниктәре ҡуйыла. Ҡайҙа ихтыяж бар, унда пандустар урынлаштырыла.
Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былай тине:
“Мин һәр ваҡыт кешенең кәйефе нисек барлыҡҡа килеүе тураһында әйтәм. Ул иртән тора ла бысраҡ подъезға сыға, һуңынан тубыҡҡа тиклем батҡаҡ ятҡан ихатаға барып эләгә. Аңлашылып тора – кәйефе булмай. Ә бына таҙа, яҡтыртылған, стеналары сәскәлә булған подъезға сыҡһа – бөтөнләй башҡа хәл. Беҙгә уңайлы мөхит булдырырға кәрәк”.
Радий Хәбиров был проектты булдырып ҡына ҡалманы, ә даими рәүештә үтәлешен тикшереп тора.
“Контроль идаралығы миңә капиталь ремонт программаһының һөҙөмтәләрен тикшереү буйынса дүрт папка материал тапшырҙы. Уның башында хата ебәрелгәнен күрәм. 2019-2020 йылдарҙа ҡыйыҡтан һыу аҡҡан, фундаменты һаҡланмаған йорттарҙағы подъездарҙы ремонтлауға тотонғандар. Һөҙөмтәлә подъездағы бөтә матурлыҡ ҡайҙа була, ни өсөн кәрәк ул? Шуға күрә тәүҙә төп мәсьәләләрҙе хәл итеүегеҙҙе һорайым. База конструкциялары тейешле кимәлдә булғанда ғына подъезды ремонтлай башларға мөмкин”, – тине Башҡортостан Башлығы.
Ремонт эштәре республика һәм муниципаль бюджет аҡсаһы иҫәбенә алып барыла. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәр үҙ аҡсаһын һалмай. Ағымдағы йылда был программаны ғәмәлгә ашырыуға 108 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, шул иҫәптән БР бюджетынан - 97,0 миллион һум. Биш муниципалитетта: Өфө ҡалаһы, Асҡын, Иглин, Шишмә һәм Стәрлебаш райондарында урынлашҡан 38 күп фатирлы йорттағы 117 подъезды ремонтлау ҡаралған.
2019 - 2023 йылдарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2 744 күп фатирлы йортта дөйөм суммаһы 3,5 миллиард һумлыҡ 8 171 подъезда ремонт эштәре башҡарылған, шуларҙан 3,2 миллиард һумы - республика бюджетынан һәм 330 миллион һумы - муниципаль берәмек ҡаҙнаһынан:
- 2019 йылда – 1 372 күп фатирлы йортта 4 001 подъезд, 1,4 миллиард һум;
- 2020 йылда – 697 күп фатирлы йорттағы 2 180 подъезд, 692,7 миллион һум;
- 2021 йылда – 115 күп фатирлы йорттағы 312 подъезд, 207,7 миллион һум;
- 2022 йылда – 310 күп фатирлы йорттағы 920 подъезд, 497,5 миллион һум.
- 2023 йылда – 276 күп фатирлы йорттағы 758 подъезд, 712 миллион һум.
Радий Хәбировтың матур башланғысы тотош республика халҡы, шул иҫәптән йылайырҙар араһында ла ҙур хуплау тапты һәм ҡыуанып ҡабул ителде. Йылайыр районында был программа 2019 йылда тормошҡа ашырылды. Махсус комиссия район үҙәгендәге барлыҡ күп фатирлы йорттарҙың подъездарын (ә улар беҙҙә 28) ҡарап сыҡты һәм уларҙың торошон баһаланы. Һөҙөмтәлә, тәү сиратта ремонтта мохтажлыҡ кисергән йорт подъездары билдәләнде. Шулай итеп, 2019 йылда подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһына Йылайыр ауылы Ҡыҙыл партизандар урамындағы 87-се һәм 91-се күп фатирлы йорт подъездары һәм 115-се ятаҡхананың бер подъезы инде.
Комплекслы сара подъезд ишектәрен, иҙәнен алмаштырыу, стеналарҙы һәм түшәмдәрҙе буяу, почта йәшниктәрен, яҡтыртыу приборҙарын, тәҙрәләрҙе яңыртыу, кабель телевидениеһы һәм интернет өсөн һуҙылған сым ҡумталарын алмаштырыуҙы үҙ эсенә алды.
Әйтергә кәрәк, ремонт эштәре тиҙ арала башҡарылды, йортта йәшәүселәр бер ниндәй ҙә уңайһыҙлыҡтар тойманы.
Программа артабан да бойомға ашырылһын ине тигән теләктә ҡалабыҙ. Сөнки беҙҙә рәткә килтерәһе подъездар бик күп, – ти ул ваҡытта Ҡыҙыл партизандар урамы, 87-се йортта йәшәүсе Зөбәржәт Салауатова.
Шулай итеп, 2024 йылға ла республикала пландар ҙур. Биш районда 39 күп фатирлы йортта 119 подъезд ремонтланасаҡ. Эштәрҙең ҙур өлөшө Өфөлә көтөлә – 24 йортта 77 подъезд. Быйылға пландарҙың дөйөм хаҡы 106,2 миллион һум тәшкил итәсәк. 14 йортта 28 пандус ҡуйыу планлаштырыла. Ремонт октябрҙә бөтөр тип фаразлана.