Ауыл уттары
+17 °С
Облачно
Уңайлы мөхит
13 Июля , 11:50

Йылайыр юлсыларының ҡыҙыу миҙгеле

Яҡшы юлдар биләмәләрҙең иҡтисади һәм социаль үҫешенә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай. Был йүнәлештәге яҡшы һөҙөмтәләр туристик йәлеп итеүсәнлектең күрһәткесе лә булыуын һәр кем яҡшы аңлайҙыр. Ә иң мөһиме, төҙөк юлдар – транспорт хәрәкәте хәүефһеҙлегенең төп шарттарының береһе.

Йылайыр юлсыларының ҡыҙыу миҙгелеЙылайыр юлсыларының ҡыҙыу миҙгеле
Йылайыр юлсыларының ҡыҙыу миҙгеле

Был айырыуса беҙҙең район кеүек урындар өсөн бик актуаль. Сөнки мөһим эштәрҙең йөҙ проценты тиерлек автомобиль транспорты менән башҡарыла. Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығының Йылайыр участкаһы ремонт бригадаһын Магнитогорск – Ира трассаһының 161-се километрында осраттыҡ. Унда улар 600 метр оҙонлоҡтағы участкала соҡорҙарҙы карта ысулы менән ремонтлауҙы тамамлау өҫтөндә ине. Ошо рәүешле асфальт япмаһын ремонтлау иң һөҙөмтәле булып һанала. Зыян күргән участка аныҡ билдәләнгән карта (тура мөйөшлө контур) рәүешендә ҡырҡып алына, ә һуңынан был урын яңы асфальт-бетон ҡатнашмаһы менән тултырыла. Бындай ремонт дефекттарҙы бөтөрөп кенә ҡалмай, ә асфальт япмаһының бөтөнлөгөн оҙағыраҡ һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.

Ошо көндәрҙә юлсылар Әбделкәрим ауылына яҡын урынлашҡан ике саҡрым оҙонлоҡтағы сираттағы участканы ремонтлай башланы. Был участкала ремонтлауҙың икенсе ысулы – юл япмаһын тигеҙләү ҡулланыла. Был – төрлө ауышлыҡтарҙы, шулай уҡ колея, соҡор-саҡыр кеүек етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә йүнәлтелгән эштәр комплексы.

Баймаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығының Йылайыр участкаһы начальнигы Хәлит Исҡужин әйтеүенсә, йәйге ремонт миҙгеле дауамында коллектив алдында тағы бер нисә участканы ремонтлау бурысы тора. Улар иҫәбендә – Бирҙәш ауылы янындағы 230-232-се, Яманһаҙ ауылы эргәһендә Юлдыбай-Аҡъяр-Сара трассаһының 11-14-се километрҙары һәм башҡалар. Был беҙҙең юлсыларҙың эш менән тәьмин ителеүен, алдына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫлы атҡарыуҙарын күрһәтә. Уларға мөһим эштәрендә тик уңыштар теләргә генә ҡала.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Йылайыр юлсыларының ҡыҙыу миҙгеле
Йылайыр юлсыларының ҡыҙыу миҙгеле
Автор:Зубаржат Гидиатова
Читайте нас