Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
19 Сентябрь 2017, 03:13

ХАЛЫҠТЫҢ ӘҮҘЕМЛЕГЕ ЯРҘАМЫНДА

Йылайыр районы республика буйынса урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын әүҙем тормошҡа ашырған райондар иҫәбендә. Дүртенсе йыл рәттән беҙҙең ауыл биләмәләре конкурста ҡатнаша һәм үҙҙәренең ерлеге өсөн иң ҡырҡыу булған проблемаларҙы ошо ысул менән хәл итеү юлдарын эҙләй. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының һөҙөмтәлелеген тормош үҙе раҫланы: Башҡортостан Хөкүмәте, Бөтә донъя банкы, район һәм ауыл биләмәләре бюджеттары менән берлектә физик һәм юридик шәхестәрҙең финанс ярҙамыында иң көнүҙәк булған мәсьәләләр сиселә башланы.

Яманһаҙ ауыл биләмәһе лә был программа эшләй башлағандан алып унан ситтә ҡалғаны юҡ. Тәүге йыл яманһаҙҙар ауыл аша ағыусы Галчатник йылғаһындағы күперҙе төҙөкләндерһә, былтыр урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн трактор һатып алыуға ирешкәйне. Быйыл күпселек тауыш менән халыҡ һайлап алған проект – янғын һүндереү машинаһына эйә булдылар.
Уны һатып алыр өсөн ауыл Советы 100 мең һум бүлһә, халыҡтан150 мең, эшҡыуарҙарҙан 50 мең йыйылды, республика бюджетынан 1 миллион һум аҡса күсерелде. 800 литр һыу һыйҙырышлы УАЗ автомобиле нигеҙендәге өр-яңы янғын һүндереү машинаһы үткән аҙнала Өфөнән Яманһаҙға килтереп тапшырылды. Иницатива төркөмө вәкилдәре, ауыл халҡы үҙҙәренең тырышлығы һөҙөмтәһе булған был ҡыуаныслы ваҡиғаны ҡарарға йыйылды.
- Миңнеғәле Ҡасимов етәкселегендәге 9 кешенән торған инициатива төркөмө – Гүзәл Моталлапова, Гүзәл Бәҙретдинова, Владимир Чекалов, Лилиә Нурынбаева, Фирүзә Сөләймәнова, Фаил Хөсәйенов, Хәмдиә Раҫкилдина үҙ бурыстарына бик яуаплы ҡараны. Яманһаҙ һәм Һултантимер ауылы халҡы өсөн йорт башынан берешәр мең һум иғәнә йыйырға тейеш ине, күпселек был эшкә бик теләп ярҙам итте, аҡса биреүҙән баш тартыусылар булманы тиерлек. Сөнки янғын кеүек бәлә-ҡазанан бер кем дә гарантияланмаған. Бигерәк тә 25-әр мең һум аҡса менән ярҙам иткән фермерҙар Морат Иҫәндәүләтов менән Риф Солтангилдинға оло рәхмәтебеҙҙе еткергем килә, - ти хакимиәт башлығы Ислам Амантаев. - Бик кәрәкле техника, әммә янғындар булмаһын, бәхетһеҙлектәр беҙҙе урап үтһен тип теләйбеҙ.
Янғын һүндереү машинаһы өсөн әле ауыл Советы бинаһы эргәһендә йылы гараж төҙөлөп бөтөү өҫтөндә. Иҙәнен бетонлап, ҡапҡалар ҡуяһы ғына ҡалған. Хакимиәт, мәҙәниәт йорто менән бер ҡаҙанлыҡтан йылытыласаҡ гараж урындағы бюджет аҡсаһына төҙөлә.
Район үҙәгенән 50- 60 километр алыҫлыҡта урынлашҡан ауыл өсөн был техника үтә лә кәрәкле. Сөнки ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа, Йылайырҙан ярҙам килеп өлгөрмәгән осраҡтар булғылап тора. Бындай саҡта, әлбиттә, ауылдың үҙенең йәмәғәтселеге, бигерәк тә ирекле янғын һүндереүселәре ярҙамға ашыға. Улар Яманһаҙҙан - Ришат Байегетов, Хәлил Иҫәндәүләтов, Николай Исаев, Фидан Зәйнетдинов, Наил Шәрипов, Айрат Амантаев, Һултантимерҙән –МиңнеғәлеИсҡужи, Йәмил Байрамғолов һәм Фәрит Ғәлиәкбәров.
Ауылдың бәләкәй һәм ҙур проблемаларын хәл итеүгә үҙ өлөшөн индергән был программала яманһаҙҙар артабан да ҡатнашыр тип ышанғы килә, ти ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.

Читайте нас: