Халҡының күпселеген сыуаштар, урыҫтар тәшкил иткән Бәрҙәш ауыл биләмәһенә Бәрҙәш, Новоалександровка, Үрге Казарма һәм Сосновка ауылдары ҡарай. Ауыл биләмәһендә 9 крәҫтиән (фермер) хужалығы эшләп килә. Уларҙың күпселеге мал үрсетеү менән шөғөлләнә.
Район хакимиәте баш-лығының ауыл биләмәләре буйлап эш сәфәрҙәре, халыҡ менән осрашыуҙары хаҡында хәбәр итеп барабыҙ. Был юлы сират бәрҙәштәргә лә етте. Һүҙ ыңғайы шуны ла әйтеп китергә кәрәк, был биләмәлә бик әүҙем һәм оптимист халыҡ йәшәй. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ла бик теләп, үҙ проекттарын тәҡдим итеп, ҡатнашып килә улар. Мәҫәлән, беренсе йылда Бәрҙәш ауылының үҙәк урамына асфальт түшәү, ҡалған 6 урамдарға таш түшәү проекты тормошҡа ашырылһа, икенсе йылына бәрҙәштәр ял итеү зонаһы төҙөү проектын хуплап сыға. Халыҡ телендә “Күзнис быуаһы” тип йөрөтөлгән ерҙә һыу быуып, плотина төҙөп, уның эргә-тирәһен таҙалап, ултырғыс-өҫтәлдәр ултырталар. Яр буйына ҡом түшәп ҡуйғас, ул балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә яратҡан ял итеү урынына әйләнә. Бынан һуң, халыҡ урындағы башланғыстарҙы яҡлау проектына ҡушылыуҙы кәрәк тип тапмау сәбәпле, ауыл биләмәһе программала ҡатнашмай ҡала. Ағымдағы йылда иһә, үрҙә телгә алынған программаның ниндәй файҙалы һәм кәрәкле булыуына төшөнөп, ҡатнашыу теләген белдерә. Дөйөм йыйылышта төрлө тәҡдимдәр була, шулар араһынан янғын һүндереү машинаһы алыу проекты еңеп сыға. Программа тәртибе буйынса, ауыл халҡы һәм бағымсылар кәрәкле сумманы йыя, был юҫыҡта инициатива төркөмө яҡшы эш күрһәтә. Күптән түгел генә был программа бу-
йынса алынған яңы автомобиль ауыл биләмәһенә килтерелгән.
Ауыл биләмәһенә эш сәфәре барышында Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин, район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Тимур Фәрит улы Дәүләтшин шәхси эшҡыуар А.А.Терентьевтың бойҙай ярыу цехында, крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Д. Михайловтың аҙбарында булып, уңған хужаларҙан киләсәккә пландары, эш һөҙөмтәләре менән ҡыҙыҡһындылар.