Яңы йыл байрамдарынан һуң һәр учреждениела, һәр ойошмала йыл йомғаҡтарын барлау, киләһе йылға пландар ҡороу буйынса йыйылыштар үткәрелә, уңыштар билдәләнә, хаталар күрһәтелә. Яманһаҙ ауыл биләмәһе хакимиәтендә лә йылға йомғаҡ яһаған сессия үтте. Ошо турала һөйләүен һорап, беҙ уның башлығы И.А.Амантаевҡа мөрәжәғәт иттек.
–Яңы йылды ниндәй кәйеф менән ҡаршы алаһығыҙ, Ислам Айрат улы? Үткән йыл һөҙөмтәләре Һеҙҙе ҡыуандырамы, әллә көйөндөрәме?
– Һөҙөмтәләр насарҙан түгел: ниндәй эштәр планлаштырған булһаҡ, барыһын да үтәнек, ҡуйылған маҡсаттарыбыҙға ирештек. Шуға күрә яҡшы кәйеф һәм изге ниәттәр менән аяҡ баҫтыҡ яңы йылға.
Көндәлек эшмәшәҡәттәр-ҙән, планлаштырылған байрам сараларын ойошто-роуҙан тыш, бик ҙур эшебеҙ – ул урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, элекке йыл ДТ-75 тракторы һәм былтыр янғын һүндереү машинаһы һатып алыуыбыҙ. Хәҙер Яманһаҙ менән Һултантимер ауылдары урамдарын ҡарҙан таҙартыу күпкә еңелләште. Яҙ етеү менән ике ауылда ла урамдарҙағы соҡорҙарҙы тигеҙләү эшен дә үҙебеҙ атҡарабыҙ. Тракторсы Наил Шәрипов эшенә бик яуаплы ҡарай, беҙ унан ҡәнәғәтбеҙ. Шулай уҡ был трактор һәм машина өсөн йылы гараж төҙөлдө, тимәк, тышта ниндәй генә һыуыҡ булмаһын,улар һәр ваҡыт эшкә әҙер тигән һүҙ.
Ҙур эштәрҙең тағы ла береһе – Яманһаҙ ауылында “Колибри” ЯСЙ-һының теген цехы асылыуы. Бик күп кешеләр өсөн эш урыны булдырылды, әммә башта эшләргә теләк белдереп ғариза яҙыусылар һаны йөҙҙән ашыу булһа ла, бөгөнгө көндә цех яртылаш буш тора. Яҡты, йылы бинала тегенселәр өсөн бөтөн шарттар булдырылған, ситтән килеү-
селәр өсөн ятаҡ бүлмәһе лә бар. Күп сығымдар түгеп, беҙҙең ауылдаштар өсөн асылған предприятие тулы ҡеүәтенә эшләп китһен өсөн эшсе ҡулдар етешмәй. Тирә-яҡ ауылдар халҡы ла әүҙемлек күрһәтһен, цехтың ябылыуына юл ҡуймаһын ине.
– Биләмәлә әлеге көндә нисә шәхси эшҡыуар бар һәм уларҙың эшмәкәрлеге ауыл тормошона бәйлеме?
– Беҙҙә 9 шәхси эшҡыуар теркәлгән, шул иҫәптән крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм сауҙа өлкәһендәге эшҡыуарҙар. Уларҙың ҡайһылары беҙ ойошторған сараларҙың бағымсылары булараҡ ҡатнаша: Илмир Сафин, Рәмил Бәхтийәровты айырып әйтергә мөмкин. Яманһаҙ һәм Һултантимер ауылдары халҡының пай ерҙәрен ҡуртымға алған фермер Морат Иҫәндәүләтов һәр башланғысыбыҙҙы күтәреп ала, бағымсылыҡ итә, кәрәк булһа, техника менән дә ярҙам итә. Шулай уҡ “Йылайыр һөтө” ЯСЙ-һы етәксеһе Х.И.Мәхмүтов менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған, улар ҙа ауыл тормошона ҙур өлөш индерә.
Зөлфирә ҠОҘАШЕВА әңгәмәләште.