Ауыл уттары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
29 Ғинуар 2018, 19:10

Яңы форматтағы ултырышта яңы бурыстар билдәләнде

Уҙған йылға йомғаҡ яһау буйынса йыйылыш бы-йыл Юлдыбай ауылында яңы форматта: дөйөм ауыл биләмәһе халҡының сходы түгел, ә депутаттар, әүҙем йәмәғәтселек һәм учреждениелар етәкселеге менән киңәйтелгән ултырыш рәүешендә үткәрелде. Уның эшендә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары М.С.Солтанов ҡатнашты.

Уҙған йылға йомғаҡ яһау буйынса йыйылыш бы-йыл Юлдыбай ауылында яңы форматта: дөйөм ауыл биләмәһе халҡының сходы түгел, ә депутаттар, әүҙем йәмәғәтселек һәм учреждениелар етәкселеге менән киңәйтелгән ултырыш рәүешендә үткәрелде. Уның эшендә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары М.С.Солтанов ҡатнашты.

Көн тәртибенең беренсе мәсьәләһе буйынса ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ю.Ғ.Иҫәкәев отчет доклады менән сығыш яһаны. Ул үҙе етәкселек иткән ике йыл эсендә биләмәлә башҡарылған эштәргә, булып үткән ваҡиғаларға, хәл итеүҙе көткән проблемаларға ентекле анализ яһаны. Әйтергә кәрәк, Йылайырҙан ҡала районда иң ҙур булған ауыл биләмәһендә атҡараһы эштәр ҙә, хәл ителәһе мәсьәләләр ҙә, байтаҡ ҡына. Әлеге көндә дүрт ауылды берләштергән биләмәлә 2200-ҙән ашыуыраҡ кеше йәшәй. Шуларҙың яртыһынан саҡ ҡына әҙерәген хеҙмәт йәшендәгеләр, ҡалғандарын пенсионерҙар һәм балалар тәшкил итә. 53 шәхси предприятиеның 13-ө крәҫтиән (фермер) хужалығы иҫәпләнә, 60-тан ашыу кеше ситтә йөрөп эшләй. Биләмә етәкселеге, депутаттар корпусы, старосталар, учреждениелар һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән берлектә бик күп яҡшы эштәр башҡарылған, яңы башланғыстарға нигеҙ һалынған, уңыштарға өлгәшелгән.

– Был арауыҡта беҙҙең төп эшебеҙ сығымдарҙы кәметеүгә, ауылдарҙа һәм уларҙың тирә-яғында тәртип урынлаштырыуға, ошоғаса булған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә эшләүгә йүнәлтелде, – тине үҙенең сығышында Ю.Ғ.Иҫәкәев. – Дөйөм алғанда, биләмәнең социаль-иҡтисади хәле тотороҡло, инфраструктураһы үҫешкән. Булған учреждение һәм ойошмалар: урта мәктәп, балалар баҡсаһы, агроинженерия колледжы, ауыл да-уалау амбулаторияһы, ике ФАП, ике мәҙәниәт һәм ял үҙәге, китапхана, почта һәм һаҡлыҡ банкы бүлексәләре, райпо магазины, тиҫтәләгән шәхси сауҙа нөктәһе, ике автосервис, алты шәхси пилорама яҡшы ғына эшләп килә. Социаль-иҡтисади хәл-тороштоң тотороҡлолоғоноң төп күрһәткесе – ул биләмә хакимиәтенең бюджеты, ә ул, үҙ сиратында, һалымдарҙан туплана. Хакимиәт белгестәре һалымдарҙы йыйыу өҫтөндә даими эшләй.

Әйтергә кәрәк, был йүнәлештәге тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен биргән: һалымдарҙың барлыҡ төрҙәре лә, атап әйткәндә, физик шәхестәрҙең, ауыл хужалығының, мөлкәт, транспорт, ер һалымдары, дәүләт пошлинаһы – бөтәһе лә арттырып үтәлгән.

Бөтә ерҙәге кеүек үк, демография мәсьәләһе Юлдыбайҙа ла киҫкен тора: 2016 йылда биләмәлә 26 бала донъяға килһә, 2017 йылда 15 кенә сабый тыуған. Быйыл иғлан ителгән Ғаилә йылында Юлдыбайҙа тыуым артыр тип өмөтләнәбеҙ.

Шәхси хужалыҡтар үҫешергә тейеш кеүек – ни тиһәң дә унан байтаҡ ҡына килем алырға мөмкин. Үкенескә күрә, юлдыбайҙарҙың бары өстән ике өлөшө генә мал тота, ә һөт йыйыу бары Һынташта ғына ойошторолған. Мал тотҡан кешеләрҙең уны көтөүгә илке-һалҡы ҡарауы, малдарын көтөүгә ҡыумауы, баҫыуҙарҙы тапатыу осраҡтарының йыш булыуы тураһында ла телгә алынды.

Граждандарҙың мөрәжәғәттәре бу-йынса һәм насар йәшәүсе ғаиләләр менән эшләү ҙә юлға һалынған. Үткән йылдарҙа “насар йәшәүсе” булараҡ иҫәптә торған 12 ғаиләнең әле 5-әүгә ҡалыуы һөйөнөслө күренеш. Тимәк, был юҫыҡта медицина хеҙмәткәрҙәре, участка инспекторы, район хакимиәтенең балиғ булмағандар эше буйынса комитеты һәм опека органдары менән берлектә алып барылған даими рейдтар, иҫкәртеү һәм тәрбиә саралары һөҙөмтә бирә.

Башҡа бик күп эштәрҙе лә маҡтап телгә алырға мөмкин. Янғынға ҡаршы саралар, социаль ярҙамға мохтаж мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы һәм тыл ветерандарын ҡарау, спорт ярыштарында ҙур уңыштарға өлгәшеп килгән “Батыр” физкультура-сәләмәтләндереү комплексы хеҙмәткәрҙәре һәм ветеран спортсыларҙың, мәҙәниәт йортоноң һәм китапхананың, ағинәйҙәр ҡороноң, почта һәм һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәренең, ветеринарҙарҙың эшмәкәрлегенә юғары баһа бирелде һәм барыһына ла рәхмәт белдерелде.

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса үткән йыл урамдарҙы яҡтыртыу буйынса ҙур эштәр башҡарылған. Уны тормошҡа ашырыу өсөн бар көсөн һалған инициатива төркөмө ағзаларына: Фазылйән Шәрипов, Сәхей Моталлапов, Рәшит Ҡасимов, Рәшит Иҫәндәүләтов, Зәкир Булатов, Радик Мусин, Виктор Чернышовтарға ла айырым рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Быйыл ошо проект ярҙамында Юлдыбай дауалау амбулаторияһына капиталь ремонт яһарға иҫәп тоталар. Әле конкурсҡа заявка бирелгән, смета төҙөлгән.

– Быйыл да эшләйһе эштәр байтаҡ, – тине Юлай Ғәйнетдин улы. – Ауыл эсендәге юлдарҙы ипләйһе, һыу селтәрен ремонтлайһы, “Батыр” комплексы янындағы территорияны төҙөкләндерәһе, урамдарҙы йәшелләндерәһе, Воскресенка ауылы клубының ҡыйығын ремонтлайһы бар. Уларҙы һәм башҡа бик күп көндәлек мәшәҡәттәрҙе йырып сығыу өсөн дөйөм тырышлыҡ кәрәк. Хакимиәт менән берлектә йәмәғәтселектең, ойош-

малар һәм учреждениеларҙың, хеҙмәт коллективтарының, депутаттар корпусының берҙәм хеҙмәте, йылдар дауамында тупланған тәжрибә уларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итер тип ышанам.

Ултырышта шулай уҡ ауыл советы депутаттары Рәйес Байназаров, Илшат Яманғолов, Юлай Айытҡолов, Илнур Ҡорбанғәлиев, Хөснөлхаҡ Ҡоҙашев, Воскресенка ауылы старостаһы Дәүләткилде Рәмов, урта мәктәп директоры Илфат Алғошаев, экология һәм тәбиғәтте һаҡлау буйынса район инспекторы Наил Моталлапов, мәҙәниәт йорто директоры Әмир Моталлапов, полицияның участка хеҙмәткәре Нуретдин Мәхмүтов, әүҙем йәмәғәтсе Фазылйән Шәриповтар сығыш яһаны һәм ауыл биләмәһендә отчет осоронда башҡарылған эштәрҙең күплеген тағы бер ҡат раҫланы. Айырыуса төҙөкләндереү, йәшелләндереү һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ойошторолған саралар бары тик маҡтауға ғына лайыҡ.

Юлдыбай ауыл биләмәһе хаки-

миәтенең һәм депутаттар корпусының үткән йылғы эшмәкәрлеге ҡәнә-ғәтләнерлек тип табылды.

Ултырышты район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары М.С. Солтанов йомғаҡланы.

– Яңы форматта үткән ултырыш бик эшлекле, йәнле булды, халыҡ әүҙем ҡатнашты, – тип билдәләне Марс Салауат улы. – Депутаттарҙың отчет биреүе лә һөҙөмтәле. Һәр кем башҡаларҙың башҡарған эшен тыңлап, үҙе өсөн һығымта яһап, фәһем алып ултырғандыр. Киләсәктә лә эшегеҙҙә уңыштар теләйем!


Зөлфирә ҠОҘАШЕВА,

Автор фотолары.
Читайте нас: