Ауыл уттары
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
7 Март 2018, 16:56

Кәңәшһеҙ эш алға бармаҫ, кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса журналистарға, Владимир Путиндың сығышы илдең алдағы йылдарға аныҡ үҫеш йүнәлешен билдәләне, тип белдергәйне.

– Мөрәжәғәтнамәлә йәмғиәткә, халыҡҡа бөтә йүнәлештәр буйынса, һәр яҡлап булышлыҡ итеү темаһы асыҡ яңғыраны. Шуны билдәләп үтке килә: Башҡортостанда Владимир Путин әйткән күп аспекттар буйынса эш тулы ҡеүәттә бара. Был, беренсе сиратта, демография, балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә ҡағыла.

Республикабыҙҙа федераль ярҙам сараларын тулыландырған бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр һәм өҫтәмә льготалар бар. Бынан тыш, былтыр Ғаилә министрлығы ойошторолдо, ул ғаилә сәйәсәте мәсьәләләре менән шөғөлләнеү маҡсатын ҡуя. Һаулыҡ һаҡлау тармағын нығытыу йәһәтенән дә бихисап эштәр башҡарыла. Беҙ ауыл халҡына медицина ярҙамын яҡынайтыу өсөн модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәрен булдырыу буйынса программаны башланыҡ. Республика һаулыҡ һаҡлау учреждениелары пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең заманса стандарттарын индереү буйынса “Һаҡсыл поликлиника” проектына ҡушылды.

Ғөмүмән, республика байлығының һәм иҡтисади ҡеүәтенең ябай граждандар мәнфәғәтендә һөҙөмтәлерәк файҙаланалыуына өлгәшеү бурысы беҙҙә уңышлы атҡарыла. “Кешеләр өсөн эшләргә” – хәҙер ошо өс һүҙ властың оҙайлы стратегияһын да, көндәлек эшмәкәрлеген дә билдәләй. Әлбиттә, кабинетта ултырып ҡына был маҡсаттарға ирешеп булмай, етәксе кешегә халыҡ менән осрашырға, урындағы теге йәки был проблемалы һорауҙы бергәләп хәл итеү юлдарын эҙләргә, ҡыҫҡаһы, ябай граждандарға яҡын булырға кәрәк. Ошо йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эш алып барған район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы Фәтҡуллиндың һәр көнө, етәксе иңенә һалынған бихисап йөкләмәләрҙән тыш, район халҡының көндәлек тормошондағы мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙән, ярҙам күрһәтеүҙән башлана. Ә ауыл биләмәләрендәге хәл-торошҡа объектив баһа биреп, эштең айышына төшөнөп, дөрөҫ, төптән уйланған ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн урындарға сығып, ҡабул итеүҙәр, халыҡ менән осрашыуҙар үткәреү зарур. Был аҙнала, мәҫәлән, Илгиз Лирман улы эш сәфәре менән Үрге Ғәле ауыл биләмәһендә булып китте. Башта район башлығы Сидоровка ауылында биләмә граждандарын шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итте, артабан Байғужа ауылы халҡы менән осрашты.

Үрге Ғәле ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһында уҙған ҡабул итеүгә байтаҡ кеше йыйылғайны. Һорауҙарҙың күпселеге торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн дәүләт ярҙамы алыуға бәйле ине, ауыл халҡы өсөн бик актуаль булған мал һатып алыу мәсьәләһе лә күтәрелде, үҙҙәрен борсоған башҡа мәсьәләләр буйынса ла мөрәжәғәт итте ҡабул итеүгә килеүселәр. Илгиз Лирман улы барыһын да иғтибар менән тыңланы, һәр һорауҙы яҙып алды, уларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеләсәген һәм тейешле яуаптар биреләсәген белдерҙе. Ҡайһы бер мәсьәләләр ошонда уҡ Үрге Ғәле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ю.Ә.Таһировҡа йөкмәтелде.

– Район хакимиәте башлығы беҙҙең биләмәлә ҡабул итеү ойоштора, тигәс, Бикйән ауылынан килеп еттем әле, – ти үҙенең һорауы менән мөрәжәғәт итеүсе Хәйҙәр ағай Ғәбитов. – Ҡатыным ауырығас, уны ҡалдырып, район үҙәгенә барып ҡайтырға форсатым юҡ ине. Барып та, баҙнатһыҙланып, тейешле ергә инә алмай ҡайтҡан саҡтар булманы түгел. Илгиз Лирман улы үҙе килгәс, бик яҡшы булды әле. Үтенесемде кире ҡаҡмай, бөгөн-иртәгә булмаһа ла, хәл итеү юлдарын уйларбыҙ, тигәс, күңелгә йылы йүгерҙе, барыһы ла яҡшы буласағына өмөт уянды. Йылы һүҙ – йән аҙығы, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит!

Эш сәфәренең икенсе яртыһында И.Л.Фәтҡуллин Байғужа ауылы халҡы менән осрашты. Урындағы мәҙәниәт йортонда уҙған йыйылышҡа халыҡ күп йыйылғайны. Сараны Үрге Ғәле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юнир Әбдрәхим улы Таһиров асты, йыйылыштың эшлекле шарттарҙа үтеүен теләне, проблемалы мәсьәләләрҙе уртаға һалып, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙы.

Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллинға бирелде. Башта Илгиз Лирман улы уҙған йыл йомғаҡтарын барлап, райондың бөгөнгө социаль-иҡтисади хәле тураһында һөйләне.

– Дөйөм алғанда, 2017 йылды беҙ һәйбәт һө-ҙөмтәләр менән тамам-ланыҡ. Республиканың ауыл райондары араһында беҙ социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре буйынса 15-се урынға күтәрелдек. Был бик лайыҡлы һөҙөмтә.


Был ҡаҙаныштар, тәү сираттта, район халҡының фиҙакәр хеҙмәт емеше. Тап һеҙ – беҙҙең байлығыбыҙ һәм ғорурлығыбыҙ, – тине Илгиз Лирман улы. – Бөгөн беҙҙең район – республикала күп кенә күрһәткестәр буйынса тотороҡло үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы тармағы ыңғай үҙгәрештәр осоро кисерә: өр-яңы техника паркы булдырыла, һөрөнтө ерҙәр майҙаны арта, нут, люпин, борсаҡ кеүек иҡтисади яҡтан отошло яңы культуралар сәселә, тоҡомло мал һаны арта.

Мәғариф өлкәһен үҫтереүгә лә беҙҙең районда ҙур иғтибар бирелә. Уҡыусыларҙың белем сифатын яҡшыртыуға, уларҙы киләсәктә лайыҡлы алмашсы итеп тәрбиәләүгә бөгөн һәр белем усағы үҙ өлөшөн индерә. Бүтән яҡтарҙа күҙәтелгән балалар баҡсаларына сират та беҙҙә бөтөнләй юҡ. Районда демографик хәл дә былтырғыға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Сағыштырыу өсөн, былтыр районда 14 мең 900 кеше теркәлһә, быйылғы күрһәткестәре – 15 мең 200.

Райондың инфраструк-тураһы ла күҙгә күренеп яҡшыра. Йылайыр ауылында яңы янғын һүндереү депоһы төҙөлә, май айында уның рәсми асылыуы көтөлә, былтыр ғына “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ғәмәлдәге эштәр” проекты буйынса район үҙәгенең бер нисә урамында һыу селтәрҙәре ремонтланды, Иван-Ҡыуалат мәктәбенең спорт залы төҙөкләндерелде. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса 8 проект тормошҡа ашырылды. Әлбиттә, уңыштарыбыҙ бихисап, әммә башҡарыласаҡ эштәребеҙ ҙә байтаҡ. Быйыл, мәҫәлән, ауыл мәҙәниәт йорттарын, ФАП-тарҙы, юлдарҙы ремонтлау, Матрай ауылында газ селтәрҙәре үткәреүҙе тамамлап ҡуйыу кеүек бурыстар тора. Үҙәк район дауаханаһын төҙөкләндереү буйынса ла ярайһы уҡ эш күләме башҡарыласаҡ.

Ғөмүмән, барыһы ла – халыҡҡа уңайлы булһын өсөн, тигән башланғыс аҫтында эшләйбеҙ беҙ. Тик һеҙҙән, районда йәшәүселәрҙән, дә күп нәмә тороуын онотмайыҡ. “Ауылда эш юҡ” тип ҡул ҡаушырып, кемдеңдер ярҙамына ғына өмөт итеп ултырғандар менән мин бер ҙә килешмәйем. Уйлап ҡарағыҙ, мәшғүллек үҙәгендә бер кешегә өс вакансия тура килә, район ойошмаларына иретеп-йәбештереүселәр, ағас йығыусылар, эшсе ҡулдар етешмәй. Тағы ла, Йылайырҙа һәм Яманһаҙҙа асылған тегеү цехтарында ла эш урындары бар. Тимәк, һеҙҙән бары тик теләк һәм тырышлыҡ ҡына талап ителә. Тотош илдә, республикабыҙҙа кооперациялар төҙөү хәрәкәте йәйелдерелгән мәлдә беҙ ҙә ятып ҡалмайыҡ, әүҙемерәк булайыҡ!

Йыйылыштың икенсе өлөшөндә йыйылыусылар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса һөйләште, Илгиз Лирман улына һорауҙар бирҙе, теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе. Көн ҡаҙағына сығарылған төп тема Байғужа ауылының 90 йыллығы ине. Ошо юбилей датаһы айҡанлы бы-

йыл йәй уҙасаҡ “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына әҙерлек тураһында оҙаҡ ҡына фекер алышты байғужалар. Берәүҙәр ауыл тирәһен, зыяратты төҙөкләндереү, экологик өмәләр үткәреү мәсьәләһен күтәрһә, икенселәр мәҙәниәт йортон ремонтлау, мәктәп бинаһын тыштан буяу, ауылдың йәмен ебәреп ултырған хужаһыҙ йорттар проблемаһын хәл итергә саҡырҙы.

– Һеҙҙең башланғыстарығыҙ, әлбиттә, бик хуп. Әммә һәр нәмәнең үҙ тәртибе бар, – тине Илгиз Лирман улы. – Бындай ҙур сараға әҙерлек эштәрен башлар алдынан һеҙгә ойоштороу комитеты төҙөү зарур. Арағыҙҙан абруйлы, булдыҡлы ауылдашығыҙҙы уның рәйесе итеп һайлағыҙ, байрамды ҡасан, ниндәй форматта үткәреү, кемдең ниндәй эште үҙ өҫтөнә алыуы тураһында ныҡлап һөйләшегеҙ. Район хакимиәтенән дә, ауыл биләмәһе хакимиәте яғынан да һеҙгә мотлаҡ ярҙам буласаҡ. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, ҙур байрам сараһы үткәреү – берҙәм көс менән генә уңышлы атҡарыла торған эш икәнен онотмайыҡ.

Илгиз Лирман улының төплө фекерен байғужалар ҙа күтәреп алды.

– Мин ошо ауылда тыуып-үҫкәнмен, минең ата-бабаларым – Байғужа ауылына нигеҙ һалыусылар. Шулай уҡ ошо залда ултырыусыларҙың да күпселеге үҙ бәхетен тап тыуған ерендә тапҡан. Шуның өсөн беҙҙең барыбыҙ өсөн дә уртаҡ булған ауылыбыҙҙың юбилей тантанаһын беҙ юғары кимәлдә, ойошҡанлы итеп үткәрергә бурыслыбыҙ. Байрамға тип ситтә йәшә-гән ауылдаштарыбыҙ, туғандарыбыҙ һағынышып ҡайтыр. Уларҙы лайыҡлы ҡаршыларға, матур итеп ҡунаҡ итергә кәрәк беҙгә. Әлбиттә, тотош ауыл халҡын бер бөтөн итеп туплап, ошондай оло сара үткәреү еңел эш түгел, әммә, мин ышанам, барыһы ла һәйбәт килеп сығасаҡ. Былтыр Сәләх ауылы халҡы ойошторған ҙур йыйынға барып, уларҙың әҙерлегенә хайран ҡалып ҡайтҡайным. Беҙгә лә татыу, берҙәм сәләхтәрҙән өлгө алырға кәрәк. Ә ярҙамға килгәндә инде, беренсе сиратта, ауыл клубын ремонтларға кәрәктер тип иҫәпләйем, сөнки байрам саралары тап ошонда үтәсәк. Яңы музыка ҡорамалдары ала алһаҡ, бинаның ҡыйығын ремонтлаһаҡ, бигерәк һәйбәт булыр ине. Нисек кенә булмаһын, беҙҙең мәҙәниәт үҙәгендә байрам һайын матур-матур концерттар ҡуйыла – филармонияларың ары торһон. Ағинәйҙәр менән клубҡа йыйылып, сәй эсеп, күңел асабыҙ, төрлө уйындар уйнайбыҙ, тик бына шахмат, домина, шашкаларыбыҙ ғына етеңкерәмәй, – тине ауылдың әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Роза апай Теүәлева.

– Улай булғас, мин һеҙгә 8 мартҡа бүләк эшләйем, өҫтәл уйындарығыҙ мотлаҡ буласаҡ, – тип вәғәҙә бирҙе Илгиз Лирман улы.

Бындай шәп бүләккә ысын күңелдән ҡыуанған байғужалар фекер алышыуҙы тағы ла дәртләнеберәк дауам итте. Һыу колонкаларын ремонтлау мәсьәләһе, мәктәп бинаһында урынлашҡан ФАП-тың йылытылмауы борсой икән күптәрҙе. Ошонда уҡ уны нисек йылытыу, фельдшер-акушер пунк-тын икенсе бинаға күсереү буйынса ла уй-теләктәр яңғыраны. Илгиз Лирман улы был мәсьәлә райондың баш табибы Н.М.Ғиләзетдинов менән берлектә хәл ителәсәген белдерҙе.

Ауыл биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү темаһы ла йыйылыусыларҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Нисек кенә булмаһын, бәлә килмәһен тиһәң, иң беренсе янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк, был үҙ милкеңде, ғүмереңде бәлә-ҡазанан һаҡлауҙың иң ышаныслы ысулы, тигән берҙәм фекергә килде байғужалар. Ошонда уҡ һыу алыу өсөн быуа быуырға, һыу мискәһен тейешле урынға алып барып ултыртырға килеште ауыл халҡы.

Сараны дауам итеп, Үрге Ғәле ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ю.Ә. Таһиров тағы ла бер мөһим темаға – 18 мартта уҙасаҡ Президент һайлауына туҡталды.

– Һайлауҙа әүҙем булайыҡ, төп гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәп, илебеҙҙең артабан ниндәй йүнәлеш буйынса алға барыуын бергәләп хәл итәйек, – тине Юнир Әбдрәхим улы. Артабан ул быйыл биләмәлә башҡарыласаҡ эштәр планы менән таныштырҙы. Уға ярашлы, Байғужа ауылы урамдарында диодлы яҡтыртыу лампалары ҡуйыласаҡ, һыу колонкаларын да яйлап ремонтлау ҡаралған.

– Эшләйһе эштәребеҙ бихисап, бергәләшеп тотонһаҡ, барыһы ла яҡшы буласаҡ, – тине Ю.Ә. Таһиров.

– Юнир Әбдрәхим улының биләмә мәнфәғәтендә баш-ҡарған эшен район хакимиәте лә, урындағы халыҡ та юғары баһалай. Шулай ҙа бөтә ергә өлгөрөү, барлыҡ мәсьәләләрҙе лә күҙ уңында тотоу өсөн уға йәмәғәт башланғысында ярҙамсылар кәрәк. Шуның өсөн, тағы ла бер тапҡыр әйтәм, әүҙем, инициативалы булығыҙ, – тип теләне Илгиз Лирман улы, йыйылышты йомғаҡлап.

Яңы уй-ниәттәрҙән дәрт-ләнеп, күтәренке байрам кәйефе менән таралышты был мөһим һөйләшеүҙән байғужалар.


Зөбәржәт ҺИҘИӘТОВА.
Барис Солтанов фотоһы.


Читайте нас: