Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
15 Март 2018, 17:53

Барыһы ла үҙ ваҡыты менән булыр

Район хакимиәте башлығы И.Л.Фәт-ҡуллин Юлдыбай мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә ошо биләмәгә ҡараған ауылдар халҡы менән осрашты һәм күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләште. Ҙур залды тултырып ултырған халыҡтың район башлығы менән уртаҡлашыр мәсьәләләре лә, һорауҙары ла, әйтер һүҙҙәре лә күп йыйылғайны. Ике сәғәттән ашыуыраҡ дауам иткән йыйылышта бик күп проблемалар күтәрелде, уларҙы сисеү юлдары ҡаралды, ҡайһылары киләсәктә хәл ителер өсөн айырым контролгә алынды.

Йыйылышты Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ю.Ғ.Иҫәкәев асты һәм 2017 йыл йомғаҡтары тураһында отчет доклады менән сығыш яһаны. Улар тураһында беҙ ғинуар аҙаҡтарында уҡ ентекләп яҙғайныҡ инде, шуға күрә уларға туҡталып тормайбыҙ, бары Юлай Ғәйнетдин улының уңыштар менән бер рәттән, етешһеҙлектәр тураһында ла йәшермәй, асыҡтан-асыҡ һөйләүен генә билдәләп үтергә кәрәктер.

Артабан три-бунаға Илгиз Лирман улы Фәтҡуллин күтәрелде. Ул йы-йылыусыларҙы ра-йондың социаль-иҡтисади торошо менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте.

– 2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса һәм ағымдағы йылдың тәүге кварталында райондың иҡтисади-соци-аль үҫешендә то-тороҡло динамика күҙәтелә. Райондың төрлө йәһәттән үҫеүенә Юлдыбай ауылы ла тос өлөш индерә, – тип башланы сығышын район башлығы. – Дөйөм алғанда, райондың предприятиелары һәм ойошмалары, учреждениелары һәм муниципаль берәмектәр юғары һөҙөмтәлелек менән эшләне. Миҫал өсөн әйткәндә, КФХ-ларҙың хеҙмәт етештереүсәнлеге былтырғы менән сағыштырғанда 10 процент самаһына үҫте һәм 900 мең һумға барып етте. Үткән йыл район аграрийҙары төрлө тармаҡтар бу-йынса дөйөм суммаһы 7 миллион һумдан ашыуыраҡ субсидия алыуға иреште. Шул уҡ ваҡытта баҙар иҡтисады шарттарында бөтөн предприятиеларға һәм хужалыҡтарға тауар әйләнешенә күберәк иғтибар бүлергә кәрәк. Үҙең етештергән продукцияны һатыу йәки уны беренсел эшкәртеү сеймал һатыуға ҡарағанда күпкә килемлерәк...


(Дауамын гәзитебеҙҙең 16 март №22, һанында уҡығыҙ).
Читайте нас: