Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
26 Март 2018, 18:34

Оло өйгә ни кәрәкһә...

Ауыл тормошо ситтән ҡарағанда нисек кенә тыныс һәм тотороҡло күренмәһен, һыу, юл, йылылыҡ, урамдарҙы яҡтыртыу һәм таҙартыу, сүплектәр тотоу, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү кеүек бихисап мәшәҡәттәр бында ла етерлек. Оло өйгә ни кәрәкһә, кесе өйгә лә шул кәрәк, тип юҡҡа әйтмәгән бит инде халыҡ.

Васильевка – районыбыҙҙың һәүәтемсә генә йәшәп ятҡан ауылдарының береһе. Ауыл ҙур түгел, унда, ерле халыҡҡа ҡарағанда, миҙгелле генә йәшәгән ҡала халҡы күберәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, васильевкаларҙың да урындағы етәкселеккә, ауыл биләмәһе башлығына еткерәһе проблемалары бихисап. Шуға ла улар ауыл мәҙәниәт йортонда район вәкилдәре менән үткәрелгән осрашыуға дәррәү килде, сөнки һәр кемдең үҙен борсоған һорауҙарға власть вәкилдәренең яуабын ишеткеһе килә ине. Васильевка һәм Владимировка ауылдары халҡы менән осрашыуға район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Тимур Фәрит улы Дәүләтшин, Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Александр Геннадьевич Годуленко, район үҙәк дауаханаһының поликлиника мөдире вазифаһын башҡарыусы Булат Дамир улы Дәүләтбаев, Сибай район-ара элемтә үҙәгенең Йыла-йыр районындағы бүлексәһе начальнигы Зөфәр Батыр улы Бүләков, район электр селтәрҙәре подстанцияһы начальнигы Юнер Вәлитдин улы Игебаев килде.

– Тәүҙә Васильевка һәм Владимировка ауылдары халҡына 18 мартта үткән ил Президентын һайлауҙа 100 процент ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерәм, – тип башланы һүҙен ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы А.Г.Годуленко. – Бөгөн һеҙҙең менән осрашыуға район үҙәгенән килгән етәкселәргә борсоған һорауҙарығыҙҙы биреп, килеп тыуған проблемаларығыҙҙы хәл итә алырһығыҙ, тип уйлайым.

Һәр ауыл кешеһенеке кеүек үк, васильевкаларҙың да хәл итәһе мәсьәләләре күп. Иң көнүҙәк проблема – ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты, фельдшер булмауы. Ә был ауылдарҙа күпселек халыҡтың пенсия йәшендә булыуын иҫәпкә алһаҡ, фельдшерһыҙ көн итеүҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ауыл халҡы белдереүенсә, ҡан баҫымы күтәрелгән осраҡта ла, киҙеү ваҡытында ла тиҙ ярҙам машинаһын саҡыртырға тура килә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына был хеҙмәтте лә көтөп ала алмайҙар икән. Район үҙәк дауаханаһына ҡағылышлы бөтә дәғүәләрҙе тыңлағандан һуң, поликлиника мөдире вазифаһын башҡарыусы Б.Д.Дәүләтбаев уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләргә вәғәҙә бирҙе.

Район элемтә бүлексәһе начальнигы З.Б.Бүләковҡа ла һорауҙары күп булды йыйылыусыларҙың. Владимировка ауылында ла, Васильевкала ла интернеттың яй эшләүенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙеләр, ауылдар янында урман ҡырҡҡан арендаторҙарҙың эшенә ҡарата ла ризаһыҙлыҡ белдереүселәр булды. Урман ҡырҡыусыларҙың тәбиғәткә ҡарата хаяһыҙ ҡыланып, ҡырҡынды ҡалдыҡтарын, ботаҡтарҙы, ағас олондарын яҡындағы йылғаға түгеүҙәрен әйттеләр. Тағы ла ҡыш буйына ауыл урамынан үткән ауыр йөклө машиналарҙың ағас-тарҙы бәйләмәй ташыуҙарына ла ризаһыҙлыҡ белдерҙеләр. Әгәр ҙә район үҙәгендә генә аҙаҡҡы бер нисә ай эсендә урамдар аша уҙған йөк машиналарынан йыуан-йыуан ағастар тәгәрәп төшөп ҡалыуын иҫәпкә алғанда, васильевкаларҙың хәүефләнеүен аңларға була.

Осрашыуҙа етәкселәр ауылдар халҡының бөтә мөрәжәғәттәрен дә иғтибар менән тыңланы, уларға ентекле яуап бирҙе. Сара барышында быйыл эшләнәсәк эштәр ҙә билдәләнде.


Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Автор фотолары.


Читайте нас: