Рәсәйҙә етенсе тапҡыр сағыштырмаса яңы байрам – Урындағы үҙидара көнө билдәләнде. Был көн, Рәсәй Президентының Указына ярашлы, 2012 йылда булдырылды. Әммә урындағы үҙидара мөһим дәүләт институты булараҡ күптән танылды, ул – демократик йәмғиәттең нигеҙе, уның республиканың, тотош илебеҙҙең социаль-иҡтисади хәлен нығытыуға индергән өлөшөн баһалап бөткөһөҙ.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, урындағы үҙидара халыҡҡа иң яҡын торған власть кимәле генә түгел, ә халыҡ власының үҙе булырға, теге йәки был мәсьәләне хәл итеүҙә аныҡ вәкәләттәргә һәм ресурстарға эйә булырға тейеш.
Йылайыр ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә Урындағы үҙидара көнөнә арналған байрам сараһы уҙҙы. Тантанаға муниципаль хеҙмәт вәкилдәре, район Советы һәм ауыл биләмәләре советтары депутаттары, төрлө ойошма-предприятиеларҙың етәкселәре саҡырылғайны.Башта йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин тәбрикләне, урындағы үҙидара органының эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.
– Урындағы үҙидара – ул һәр кешенең мәнфәғәтен ҡайғыртыусы гражданлыҡ йәмғиәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. Муниципаль хеҙмәттә эшләү айырыуса ҙур яуаплылыҡ, төрлө өлкәне яҡшы белеүҙе, социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе, яҡташтары өсөн лайыҡлы тормош шарттарын тыуҙырыуҙы талап итә. Был хакимиәт вәкилдәренең, халыҡ һайланыусыларының ғына түгел, ә үҙ ерен, тыуған районын яратҡан, фиҙәкәр хеҙмәте менән уның тотороҡло үҫешенә үҙ өлөшөн индергән төрлө һөнәр эйәләренең байрамы ул, – тип билдәләне Илгиз Лирман улы.
Муниципаль хеҙ-мәткәрҙәрҙе һөнәри байрамы менән шулай уҡ район Советы рәйесе Г.В. Туленков та йылы ҡотланы.
Матур йола буйынса, ошонда уҡ оҙаҡ йылдар урындағы үҙидара органдарында хеҙмәт итеүсе, район тормошонда, йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнашыусы бер төркөм муниципаль хеҙмәткәрҙәргә һәм депутаттарға лайыҡлы наградалар тапшырылды. Мәҫәлән, район хакимиәтенең делолар һәм граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү секторы хеҙмәткәре Филизә Рәйес ҡыҙы Әбделмәнова, архив секторы мөдире Миңзифа Риф ҡыҙы Игебаева, район хакимиәте башлығының мобилизация эше бу-йынса ярҙамсыһы – баш белгес Юлай Сәғәҙей улы Солтанов, Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәтенең 1-се категориялы белгесе Наталья Александровна Таипова, район хакимиәтенең бухгалтерия бүлеге начальнигы – баш бухгалтеры Наталья Михайловна Николаева район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Наталья Михайловнаға шулай уҡ “1-се класлы муниципаль советник” чины бирелде.
Экология йылына арналған сараларҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юлай Ғәйнетдин улы Иҫәкәевҡа – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология ми-нистрлығының Рәхмәт хаты, БР Ҡулланыусылар кооперацияһының 2017 йылғы премияһы лауреаты, “Йылайыр” ҡулланыусылар кооперативы советы рәйесе Геннадий Васильевич Туленковҡа Башҡортостан ҡул-ланыусылар йәмғиәттәре союзының дипломы тапшырылды.
Үркәс ауыл Советы депутаты, Ҡыҙҙарбиргән ауылы старостаһы Харис Мәхмүтдин улы Ишбулатов, Һабыр ауыл Советы депутаты Фәтих Фазылйән улы Ҡаҙнабаев, район Советы депутаты Любовь Петровна Мохова, Ҡашҡар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Флүзә Сәлим ҡыҙы Моратова район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Рәсми өлөштө Н.Р. Ириков исемендәге урта мәктәптең, Башҡорт гимназияһының, коррекция мәктәп-интернатының уҡытыусылар коллективтары тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле байрам концерты йомғаҡланы. Еңеү көнө алдынан ойошторолған хәйриә акцияһында ҡатнашыусы һәр кем Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының, тыл хеҙмәтсәндәренең был оло байрамды лайыҡлы ҡаршы алыуына үҙ өлөшөн индерҙе.