Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
14 Июнь 2018, 17:53

Халыҡ көсө – берҙәмлектә! 1

Рәсәй көнө айҡанлы республикабыҙҙың һәр район-ҡалаһында тантаналар, күңелле саралар уҙҙы. Илебеҙҙең иң йәш һәм иң мөһим дәүләт байрамдарының береһе 1990 йылдың 12 июнендә Рәсәйҙең дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүе менән бәйле. Тап ошо һынылышлы ваҡытта илебеҙҙең социаль-иҡтисади именлеккә өлгәшеүгә йүнәлтелгән артабанғы үҫеш юлдары билдәләнде. Бөгөн килеп Рәсәй бөтә һынауҙарҙы лайыҡлы үткән, халыҡ-ара аренала үҙ позицияһын ныҡлы яҡлаған ҡеүәтле дәүләттәрҙең береһе.

Рәсәй көнө, йылдағыса, беҙҙең районда ла киң билдәләнде. Йылайыр ауылының байрамса биҙәлгән үҙәк майҙанына байтаҡ халыҡ йыйылды. Башта йылайырҙарҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В. Коротков сәләмләне.

– Беҙ үҙ илебеҙ, уның тарихы менән ғорурланабыҙ, лайыҡлы киләсәгенә ышанабыҙ. Ватаныбыҙ яҙмышы, илһөйәрлектең һәм гражданлыҡтың күп быуатлыҡ традициялары өсөн яуаплылыҡ киләсәктә лә беҙҙең илебеҙ халыҡтарын берләштереп торор, иң ҙур һәм әһәмиәтле маҡсаттарға ирешергә ярҙам итер, тип ышанам.

Байрам уңайынан барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, тыуған еребеҙ мәнфәғәтенә көндәлек хеҙмәтегеҙҙә яңы уңыштар юлдаш булыуын һәм илебеҙ именлеге өсөн емешле хеҙмәт теләйем, – тине Александр Васильевич.

Сығышы һуңында А.В. Коротков бер төркөм мәктәп уҡыусыларына тантаналы шарттарҙа Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын, ГТО билдәләрен тапшырҙы. Улар барыһы ла – уҡыуҙа һәм спортта, ижадта һәм йәмәғәт эшендә уңыштарға өлгәшкән тырыш ҡыҙҙар һәм егеттәр.

Миллионлаған рәсәйлене берләштергән был байрам берҙәмлек символы булып тора. Быны дәлилләп, район мәҙәниәт һәм ял үҙәге артистары тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле байрам концертында төрлө халыҡ йырҙары яңғыраны, дәртле бейеүҙәре күрһәтелде.


З.Һиҙиәтова,
Читайте нас: