Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
19 Июль 2018, 18:39

Ауыл биләмәләре башлыҡтары семинары

Һабыр ауыл Советы ауыл биләмәһе базаһында райондың ауыл биләмәләре башлыҡтарының семинары булып үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин ҡатнашты.


Семинар Ҡаҙырша ауылы менән танышыуҙан башланды. Бында сарала ҡатнашыусыларҙы Һабыр ауыл биләмәһен хакимиәте башлығы И.С.Солтанов сәләмләп ҡаршы алды. Башта ул йыйылыусыларға Ҡаҙырша ауылының ҡыҫҡаса тарихы тураһында һөйләне.

– Райондың иң төпкөл ауылы Ҡаҙырша Йылайыр менән Хәйбулла райондарының сигендә ята. Бөгөн бында 35 йортта 99 кеше йәшәй. Һуңғы биш йылда бынан күсеп китеүсе булманы. Магазин юҡ, айына ике тапҡыр эшҡыуарҙар килеп һатыу итеп китә. Ауыл халҡы үҙе йома һайын район үҙәгенә баҙарға йөрөй. Буш ҡул менән бармайҙар, әлбиттә. Һатыуға һөт, ҡаймаҡ, ҡорот, ит, май, йомортҡа һәм үҙ хужалыҡтарында етештерелгән башҡа төр продукцияны алып баралар. Сауҙалары уңһа, бер шәхси хужалыҡ аҙнаһына 7-8 мең һум аҡса эшләй ала.

Район хакимиәте башлығы семинарҙа ҡатнашыусыларҙан был ыңғай тәжрибәгә иғтибар итеүҙәрен һораны, уны башҡа ауыл биләмәләрендә лә киңерәк таратыу кәрәклеген билдәләне.

Шунан семинарҙа ҡатна-шыусылар ҡаҙыршаларҙың иҫтәлекле урыны – Урал аръяғы төбәгенең ете мөғжизәһе исемлегенә индерелгән Пәйғәмбәр ташын барып ҡаранылар.

Артабан семинарҙа ҡатна-шыусылар Ашҡаҙар ауылына юл тотто, унда ауылды төҙөкләндереү эштәре менән танышты, төпкөлдә ятҡан ауылдың шундай төҙөк, урамдарының таҙа, матур итеп буялған йорттарҙың һәм ҡоймаларҙың килгән кешеләрҙә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырыуын билдәләне.

Семинарҙың көн тәр-тибендәге сираттағы сара – Һабыр ауылында “Ауыл биләмәһенең социаль тормошо” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ултырышын үткәреү ине.

Мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә семинарҙа ҡатнашыусыларҙы “Душауай” халыҡ фольклор ансамбле ағзалары ауыл тормошондағы ҡайһы бер проблемаларға төрттөрөп үҙҙәре сығарған шаян таҡмаҡтар менән сәләмләп ҡаршы алды. Һәүәҫкәр артистарға ихлас рәхмәт белдереп, ауыл биләмәләре башлыҡтары биләмәләрҙең тормош эшмәкәрлегенә һәм хакимиәттәрҙең йәмәғәт ойошмалары менән эшләүенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙең киң даирәһен тикшереү өсөн “түңәрәк өҫтәл” ултырышына йыйылды.

Башта Һабыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы И.С.Солтанов үҙе етәкләгән биләмәнең социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы. Ауыл биләмәһендә 845 кеше йәшәй, шуларҙың 563-ө – Һабырҙа. 18 һәм унан өлкән йәштәге хеҙмәткә яраҡлы кешеләр – 490, пенсионерҙар – 170 кеше. Мәктәптә 101 уҡыусы уҡый, балалар баҡсаһында 30 бала тәрбиәләнә.

Биләмә территорияһында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр күп түгел: Ҡаҙыршала ағас әҙерләү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән шәхси предприятие, Ашҡаҙарҙа крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм Һабырҙа өс шәхси магазин эшләп килә әлегә. Урмансылыҡта, мәктәптә, балалар баҡсаһында, ауыл биләмәһе хакимиәтендә, мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә, почта бүлексәһендә, фельдшер-акушер пунктында, ветеринария участкаһында бөтәһе 61 кеше эшләй. Ауыл биләмәһенән ситтә рәсми эшләп йөрөүселәр – 30 кеше, рәсми шөғөлдәре булмағандар – 150 самаһы.

Ауыл биләмәһендә 22 ишле ғаилә бар, 6 әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән, опекунлыҡҡа бала алған ғаиләләр – 7.

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы шулай уҡ төрлө байрамдар айҡанлы саралар ойошторғанда, имен булмаған ғаиләләр менән профилактика эше үткәргәндә, эскелеккә ҡаршы көрәшкәндә, халыҡҡа күмәкләп матур ял итеү өсөн шарттар булдырғанда ҡатын-ҡыҙҙар советы, ветерандар советы менән нисек килешеп эшләүҙәре тураһында һөйләне. Ул башлаған теманы үҙенең сығышында ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Г.И.Таһирова ла дауам итте.

Район башлығы И.Л.Фәт-ҡуллин, Һабыр ауыл билә-мәһенең эшенә баһа биреп, был биләмәләге төп проблемаларҙы билдәләне. Шуларҙың береһе – халыҡтың мәшғүллеге. Ауылда йәшәү өсөн бөтә социаль шарттар булдырылыуға ҡарамаҫтан, халыҡтың эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү буйынса әүҙемлеге бик түбән. Ә бит бының өсөн мөмкинлектәр күп. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, И.Л.Фәтҡуллин ҙур иғтибар биреүҙе талап иткән төп проблемаларҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәҫәлән, ауылда эшләүгә йәш белгестәрҙе, уҡытыусыларҙы, табиптарҙы йәлеп итергә, уларға йәшәү өсөн шарттар булдырырға, фермер хужалыҡтарын үҫтереү өсөн федераль һәм республика программалары буйынса бүленгән аҡсаны һөҙөмтәле тотонорға, был мәсьәләләрҙә урындағы властың яуаплылығын һәм контролен көсәйтергә, отчет биреүҙә тәртип булдырырға кәрәк. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдарын үткәреү форматын да эшләп еткерергә кәрәк. Был сараны үткәреү инициативаһы менән район Советына сығырға кәрәк. Ул саҡта алдағы йылға бюджет ҡабул иткәндә теге йәки был ауылда әлеге байрамды үткәреүгә аҙмы-күпме аҡса бүлеүҙе күҙ уңында тоторға, шуның иҫәбенә ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса күберәк эштәр башҡарырға була.

Ауыл биләмәләре башлыҡ-тары – районда муниципаль властың төп таянысы.Үҙенең эшендә ул иң элек кешеләрҙең әүҙем өлөшө эшләгән мәктәп коллективына таяна ала һәм таянырға тейеш. Ә улар, үҙ сиратында, теге йәки был мәсьәләне хәл иткәндә биләмә башлығының беренсе ярҙамсылары булырға тейеш. Уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән уртаҡ тел табырға, ветерандар, йәштәр менән эшләргә, ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, һәр төрлө саралар ойоштороуға һәм үткәреүгә бөтәһен дә йәлеп итергә кәрәк. Бындай эш үрнәктәре аҙ түгел. Фәҡәт эшкә теләк һәм ижади ҡараш ҡына кәрәк. Ауыл биләмәһе башлығының эшендә бик мөһим нәмә – биләмә территорияһын үҫтереү өсөн инвестициялар йәлеп итеү. Өҫтәмә килем сығанаҡтарын эҙләргә кәрәк.

Артабан семинарҙа ҡатна-шыусылар “Ләйсән” балалар баҡсаһына юл тотто. Бында уларҙы 6 йәшлек кенә Асия Ҡадаеваның “Урал батыр” эпосынан ҙур ғына өҙөктө өс телдә – башҡортса, русса һәм инглизсә һөйләп ҡаршы алыуы таң ҡалдырҙы. Балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн булдырылған шарттар менән һоҡланыуҙарын да йәшермәне ауыл биләмәләре башлыҡтары.

Семинар Һабыр урта мәк-тәбенә экскурсия менән тамамланды. Мәктәп директоры И.И.Билалов мәктәптең тарихы, уҡытыусылары, уҡытыу эшенең нисек ойошторолоуы, уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары тураһында һөйләне.

Семинарға йомғаҡ яһа-ғанда бындай сараларҙың кәрәклеге һәм файҙалы булыуы билдәләнде. Сөнки биләмә башлыҡтары башҡа урындарҙа коллегаларының нисек эшләүҙәре менән яҡындан таныша, нимәгәлер өйрәнә, теге йәки был мәсьәләне хәл итеү буйынса үҙ идеялары менән уртаҡлаша ала.


Ф. Дауытов.
В. КЛИМОВ фотоһы.

Читайте нас: